Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмер бер һаплам еп

Йәшәр өсөн сибәр түгел, тоғро ир кәрәк

Ауылда йәшәнем, иптәшем мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ, балаларса ябайлығы, саманан тыш ышаныусанлығы менән айырылды. Класташ малайҙар шуҡлыҡ ҡылалар ҙа, уҡытыусылар алдында үҙҙәренең ғәйебен уға таға ине.  Шул ваҡытта эй асыу килә ине шуның мәмәйлегенә, әммә уларға ҡушылып үҙем дә, Алмасты ҡыйырһытыуҙан баш тарманым.

Мәктәпте тамамлағас төрлө яҡҡа таралдыҡ. Егет-ҡыҙҙар Өфө яғына уҡырға инде, күптәре шул тарафта эшкә урынлашты. Мин дә ярты йыллыҡ курс тамамлап, һатыусы булып киттем. Ҙур ҡалала дискотека, төрлө танышлыҡ, ҡыҙҙарҙың райондарына ҡунаҡҡа йөрөүҙәр башланды. Күңелле ине ул осор. Мин дә сибәр, муйыл күҙле егеткә ғашиҡ булдым. Ысынлап аҡылымды юйҙым. Өфө янындағы бер ауылға алып китте яҙғыһын, йәнәһе, туғандары менән таныштыра. Тик эсе тулы яуызлыҡ булған мәхлүктең. Ниндәйҙер бер төркөм егеттәргә ҙур ғына сумма аҡса тейеш булған икән, шул түләү иҫәбенән ташландыҡ йортта мине уларға ҡалдырҙы ла, юҡҡа сыҡты. Ике көн мине шунан сығармай этләнеләр, аңымды юғалтҡас, ҡалдырып ҡасҡандар.

18 йәшлек ҡыҙ бала ул ваҡытта полицияға хәбәр итеү кәрәклеген беләме ни, бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәнем. Был ваҡиға бер аҙҙан үҙен белдерҙе, йөккә уҙғанымды аңланым. Йәшәргәме, үҙ-үҙемә ҡул һалырғамы тигән һайлау алдында ҡалдым. Ҡайтып әсәй менән бәхилләшеп киләм дә, башҡа йәшәмәйәсәкмен тип ауылға юлландым.

Кискеһен клубҡа сыҡтым. Алмас та бар ине унда. Дискотеканан һуң оҙата килде, иртәгә лә сығыуымды үтенде. Шулай дуҫлашып киттек. Ни булһа ла булыр тинем дә, бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Тыңланы ла, ҡәтғи генә: “Мин һиңә иртәгә яусы ебәрәм!”, - тине. Ышанманым, әммә уны ысын әкиәт батыры итеп ҡабул иттем. Никах уҡыттыҡ, бер аҙҙан армияға алдылар. Баланы ваҡытынан алда тыуҙы, тип хәбәр тартаттыҡ. Серҙе бер кемгә лә һөйләгәнебеҙ юҡ. Ирем менән тағы 3 балаға ғүмер бүләк иттек, тормош ҡороуыбыҙға 35 йыл тула. Үҙ йортобоҙ, етеш донъябыҙ бар. Хоҙай ҡөҙрәтелер, беренсе улыбыҙ, холҡо менән дә, төҫө менән дә  Алмасҡа оҡшаған. Мин бәхетле сөнки янымда яратып, ихтрам итеп торған ирем, балаларым бар. Йәшәр өсөн сибәр түгел, аҡыллы ир һайлағыҙ, ҡыҙҙар!

Ғүмер бер һаплам еп
Ғүмер бер һаплам еп
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: