Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Минең телем – тыуған ерем... Әсәм тауышы

Баязит Бикбай.Ерҙә кеше һөйәгенәнУбалар үҫкән…Тел – тере шишмә - үлмәгән,Бөгөнгә еткән!

Минең телем – тыуған ерем... Әсәм тауышы
Минең телем – тыуған ерем... Әсәм тауышы

Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!..

Автор:
Читайте нас: