Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Өмөт йәшәтә беҙҙе, онотмаһаҡ ине шуны.

Булмағайы алтын тәхетле, яңғыҙ кеше булмай бәхетле...

Мөләйем йөҙлө был ҡатын минең күптәнге танышым. Көләкәс апайға күршеләр яратып “Сибәрбикә” тип исем биргән. Ысынлап та бөтә яҡтан да килгән ул: һөйкөмлө һөйәк, тигәндәй, йөҙө, кәүҙәһе, атлап йөрөшө менән дә хайран итә, хатта хәбәр һөйләүен дә бер бүлдермәй тыңларға була. Водитель булып эшләгән тормош иптәшен йәшләй генә юғалтҡан. Юл фажиғәһенә осрап вафат булған. “ Янында ярҙам итеүсе булһа, тере ҡалыр ине”, тип өҙгөләнеп һөйләгәне бар.

Дауахананың кардиология бүлегендә медсестра булып эшләй, ғүмеренең күп өлөшө ана шундағы ауырыуҙар янында үтә. Беҙгә бөтөнләй таныш булмаған пациенттары тураһында эй тәмле итеп һөйләй инде, әйтерһең был бүлектә иң шәп, иң яҡшы кешеләр ята.

... Шулай кискеһен ишек алдына саф һауа һуларға сыҡтым. Ҡар ҡатламын әллә ҡояш, әллә ел селтәрләп әллә күпме матурлыҡ хасил иткән. Һалҡын булыуға ҡарамай, урамда яҙ һауаһының  хакимлыҡ иткән мәле. Уйҙарға батып киткәнмен ахырыһы, күршемдең селтерәтеп көлөп, яныма килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым.

  • Мин дә магазинға инеп сығайым тип ашығам. Иртәгә йөрәк өйәнәге менән дауаханаға эләккән бер ағайға емеш-еләк алып барайым тим. Меҫкендең хәле бигерәк мөшкөл, ашай ҙа алмай, һут ҡына эсә”, - тине тәрән көрһөнөп.
  • Ауырығас, ашау ҡайғыһы юҡтыр инде,- тим бошонмай ғына.
  • Ябай яҙмышлы түгел ул ағай. Ике улы ла махсус хәрби операция башланғандан бирле “тегендә”, ҡатыны өс йыл элек вафат булған. Ауылда бер үҙе көн күрә, мал, ҡош-ҡорт аҫырай, етмәһә дөм һуҡыр ҡайныһын тәрбиәләй. Ғүмер буйы ауылдаштарына ярҙам итеп йәшәгән. Улдары алғы һыҙыҡта, бик һирәк шылтыраталар,- ти. - Кисә ошо турала һөйләгән ине, ҡан баҫымы күтәрелеп, саҡ ҡотҡарып ҡалдыҡ. Хәҙер уның бер үҙен ҡалдырырға ярамай, янында кеше кәрәк. Яуҙағы уландарын атай кеше ҡаршыларға тейеш, былай һаулығы менән икеле, шуға аптырап йөрөйөм. Өмөтөн өҙҙөрөргә ярамай, - тине  ул, борсолоулы тауыш менән.

... Бер килке ҡайҙалыр юғалды күршем. Минең дә командировкалар менән бәйле, айҙан артыҡ ваҡытым сит ҡалала үтте. Фатир ишегенә туҡылдатып ҡарайым, бикле,  кеҫә телефонын алмай. Яңғыҙ ҡатын менән ни булмаҫ, борсолоп, эш еренә шылтыраттым. Баҡтиһәң, отпуск алып, дауаханала ятҡан ағайҙың һаулығын нығытыр өсөн диңгеҙ буйына юлланғандар икән. Бына шулай, кемдер ауырыу туғанын ҡарттар йортона тапшыра, ә берәүҙәр бөтөнләй сит кешегә ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡатын-ҡыҙҙағы миһырбанлыҡ, аҡыл, ярҙамсыллыҡ сифатын бизмәнгә һалып үлсәп булмайҙыр ул.

Бөгөн һынырҙай мәлдә кешелә өмөт сатҡыһы ҡабынып, йәшәүгә дәрт уята. Ошо сатҡы дөрләһен өсөн бер-беребеҙгә ихлас булайыҡ.

Тимербай ЗАҺИТОВ.

 

Өмөт йәшәтә беҙҙе, онотмаһаҡ ине шуны.
Өмөт йәшәтә беҙҙе, онотмаһаҡ ине шуны.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: