Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ТӘҠДИР

Шәриф ағай тәмәке тартырға хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына әүәҫләнде.

ТӘҠДИР
ТӘҠДИР

Уға нисек өйрәнгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды ул. Армияла саҡта ике йыл быҫҡытып алды алыуын, әммә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, атай-әсәһе, һеңлеләре алдында тәмәке төтәтергә тартынды. Хәйер, әрме ғәҙәтен ташламаған да булыр ине, бәлки, атаһы ныҡ ҡына оялдырғандан һуң, сигаретты ҡулына башҡа алманы. Яҡындарына күрһәтмәҫ өсөн йәшенеп тә, ҡышҡы әсе йылдан һаҡланыр өсөн дә аҙбарға инеп тарта башлағайны, атаһы мут ҡына йылмайып: “Улым, әсәйең һарайҙа янған тиҙәк еҫе сыға, һыйырға яҡын барырлыҡ түгел, уҡшыта тип, йөҙәтә. Ысынлап та, һыйырға ныҡ һеңә икән тәмәке төтөнө”, - тигән булды. Атаһының кинәйәһен шунда уҡ аңланы ул. Организмы ла никотинға ныҡлап өйрәнмәгән булғандыр, үҙе лә көслө ихтыярлы ине - алтынсы тиҫтәһен артмаҡлағансы башҡа төтәтмәне. Яңынан тарта башлауына күп булһа ун йыл барҙыр.

Һуңғы осорҙа тәмәке тоҡандырыуы була ҡарттың күҙе әсетеп йәшкәҙәй башлай. Әле лә бына бер ҡулында - төпсөгө, икенсеһендә һарғайып, бөгәрләнеп бөткән ҡулъяулыҡ. Ситтән ул тәмәке тартып түгел, ә илап ултырған кеүек тойолалыр ҙа, бәлки, сөнки төтөн һурыуға ҡарағанда, субырлап аҡҡан йәшен йышыраҡ һөртә ул. Күҙе йәшкәҙәгәс, танауы ла йомшара, ултыра инде мыш-мыш килеп.

Шәриф яратып өйләнде. Бер күреүҙән сихырланған кеүек ғашиҡ булды ла ҡуйҙы ул. Атай-әсәһе, туғандары баштан уҡ был мөнәсәбәткә ҡаршы булды, әммә егет өҙмәне лә ҡуйманы: Асияны алып бирмәһәгеҙ, бер ҡасан да өйләнмәйем тип, һөйөклө кешеләрен хәүефкә һалды. Тиҫтерҙәре тормош ҡора башлағас, улдары ысынлап та буйҙаҡ ҡалып ҡуймаһын тип, ҡасаба ситендәге яңғыҙ, нисектер хатта ҡотһоҙ күренгән йортҡа ҡыҙ һоратырға барырға мәжбүр булдылар. Күп тапҡыр ҡыҙҙы оҙатып килһә лә, егет әҙәп һаҡлап,  бер ҙә был өйҙөң тупһаһы аша үтергә ҡыймағайны. Әле лә күҙе томаланғансы ғашиҡ булған егет Асиянан башҡа бер кемде лә, бер нәмәне лә күрмәне. Һоратырға, никах туйы тураһында һөйләшергә генә килһәләр ҙә, иртән үк ҡыҙ өйөндә кейәү мунсаһы ла яғылғайны, сымылдыҡ та ҡоролғайны. Шулай итеп, егеттең атай-әсәһенә шул көндө үк бата уҡытып ҡайтып китеүҙән башҡа сараһы ҡалманы.  

Кейәү булып бер аҙна ҡунаҡ булғас, Шәриф кәләшен өйөнә алып ҡайтты. Килен сәйе эсеү, килен ҡоймағы ашау кеүек тейешле йолалар үтәлеп, бер аҙ ваҡыт үткәс, йәш ҡатын, әсәйем яңғыҙ, бер үҙе ҡурҡа, ауырый йәки был өйҙә йоҡлай алмайым, баҫлығам, һаташам, эшемә алыҫ тип, мең төрлө сәбәп табып, Шәрифте ауыл осондағы шыҡһыҙ йорттарына алып ҡайтты.

Ир-егет ҡулы теймәгәнгә генә йорт тыштан шулай ташландыҡ, рәшәткәләре теше төшкән әбей һымаҡ күренәлер, тип уйлай ине Шәриф. Кәләш ҡосағынан бер аҙ арынып, күҙе асыла биргәс, өй эсендә лә шулай тәртипһеҙлек икәнлеген шәйләне. Бында бер нәмәнең үҙ урыны юҡ, бер нәмә лә кешесә түгел икән дә: түшәк-яҫтыҡ торғас та йыйылмай, һауыт-һаба ла ашағас йыуылмай, ә ашар алдынан ғына үҙҙәренә кәрәклеген сайып алалар. Бешеренеү-төшөрөнөүҙәре лә әҙәмсә түгел. Әсәһе ауырыуына һылтанһа, ҡыҙы эштән арып ҡайтыуын сәбәп итте. Уның ҡарауы әсәле-ҡыҙлы үҙҙәренә ваҡыт йәлләмәне. Бит-муйынына, ҡулдарына май һөртөп, хәрәкәтһеҙ ултырырға ла, төрлө үләндәрҙе ҡайнатып,  төнәтмәһендә сәғәттәр буйы ятырға ла иренмәнеләр. Кейенеп-яһанып йөрөүҙәренән уларҙы сәхнә йондоҙҙары тиерһең. Сәстәрен бөҙрәләтеп, түбәләренә бейек итеп өйөп, ҡатырып, тырнаҡтарын буяп, текә баҫып йөрөгән Асияға, уларҙың тормош-көнкүрешен белмәгәндәр, ысынлап та, һоҡланып ҡарағанын тоя ине Шәриф. Биҙәнгестәрҙе, йылтыр-ялтырлы кейемдәрҙе аҡсаһы булмаһа, көтәсәккә булһа ла алып кейгән ҡатынының ҡылығына ризаһыҙлыҡ белдерһә, “Кеше араһында эшләйем бит, миңә матур кейенергә, матур күренергә кәрәк” - тип яуап бирҙе. Кеше араһында тигәне һатыусы булып эшләүе инде. Өйөндәге эшкә барымы булмаһа ла, һүҙ юҡ - эшендәге бөтә нәмәне еренә еткереүен еткереп үтәне Асия. Кәштәләре һәр ваҡыт тәртиптә, магазины таҙа булды. Өйҙәгенән айырмалы бында ул бөтәһе менән дә кеселекле мөғәмәлә итте. Берәй йомош табып инһә, Шәрифкә лә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Эштән һуң иһә уны алмаштырып ҡуялармы ни? Шәрифкә лә, балаларына ла хеҙмәтселәренә ҡараған кеүек ҡараны.   

Шәриф быларҙың бөтәһе лә ваҡытлыса тип уйланы. Үҙе атай-әсәһе һөйөүен татып, күркәм мөхиттә үҫкәнгә, ҡайһы бер ҙә яҡшы тәрбиә күрмәгән ҡатынын йәлләп тә ҡуйыр ине. Ҡәйнәһенән башҡа сыҡһалар, бөтәһе лә ыңғай яҡҡа үҙгәрер, үҙ урынына ултырыр тип өмөтләнде. Яҡшы өлгө күрһәтәйем, үҙем үрнәк булайым тип, иртән торғас та тыуған йортонда ғәҙәтләнгәнсә урынын йыйыштырҙы. Сәғәттәр буйына бите-күҙен буяу менән булған ҡатынын көткәнсе һауыт-һабаһын да йыуып өлгөрҙө. Кешеләр нисек йәшәгәнлеген күрһәтер өсөн ата-әсәһенә, туғандарына йышыраҡ ҡунаҡҡа алып барырға тырышты. Әммә Асия кешелә тыны тарығыуына һылтанып, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараны. Ирен туғандарынан биҙҙерер өсөн ҡатын һәр ваҡыт уларҙың кире яғын табырға, яманларға тырышты: йә уға тәрбиәләп яҡшы итеп бешерелгән аш тоҙһоҙ күренә, йә уның ғына тәрилкәһендә ваҡ һөйәк йәки берәй сүп, хатта энә табыла.

Ҡасабала ир-егеткә эш ҡалмағас, яҡын туғанына эйәреп, нефть тармағына эшкә китә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы вахта ысулы менән утыҙ йылға яҡын ситтә эшләне. Шул осорҙа ҡәйнәһе мәрхүмә булып ҡалды, үҙҙәре ҡалаға күсеп килде, балалары юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙ аллы йәшәй башланы, өләсәй-олатай булдылар. Күп һыу аҡты, күп нәмә алмашынды, әммә Асия ғына үҙгәрмәне. Һаман өйҙә үҙен ҡол биләүсе һымаҡ тотто: Шәриф, шуны алып бир, быны илтеп ҡуй, шулайт-былайт-тегеләйт... Әҙәмсә матур итеп һораһа ни асыу? Тамаҡ төбө менән бойороп һөйләшеүе оҡшамай уға.

Әле лә бына йомшаҡ креслоны телевизорҙың алдына уҡ шылдырып ултыртҡан да, иртәнән алып бер тормай, телевизор ҡарай. Шул урынында ғына ире килтергәнде ашаны, ултырған ерендә йоҡлап та алды.

Шәрифтең яратҡан урыны иһә балкондағы ошо урын. Сәғәттәр буйы тәмәке көйрәтеп китап уҡырға ярата ул ошонда. Ҡышын аяғына быйма, өҫтөнә һырмаһын кейә лә сығып ултыра. Ҡайһы ваҡыт хатта өшөгәнен дә һиҙмәй ул. Асияның тауышын ишетмәһә - шул еткән.

Күптән түгел Шәриф риүәйәт уҡығайны. Унда һүҙ ике кешенең тәҡдир һәм тормош асылы тураһында бәхәсләшеүе, бер-береһен еңә алмағас, бер аҡыл эйәһенә килеүе хаҡында бара. Уларҙың береһе кеше тәҡдиренә нимә яҙылһа, шуның буйынса йәшәй, тип хитлаша. Икенсеһе иһә һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа тип ныҡыша икән. Аҡыл эйәһе уларҙың икеһе лә хаҡлы булыуын әйтә. Былар аптырашта ҡалғас, шулай тип аңлата:

- Һеҙҙең берегеҙ, ысынлап та, яҙмышына нимә яҙылған шуның буйынса йәшәй һәм шуның менән бәхетле йәки бәхетһеҙ. Ә икенсегеҙ тормошон үҙе теләгәнсә ҡорған, тимәк, яҙмышына йоғонто яһап, бәхетле булырға, матур йәшәргә ынтыла.

Был хикәйәттең кинәйәһе тынғылыҡ бирмәне лә ҡуйҙы Шәрифкә. Ятһа ла, торһа ла шул хаҡта ғына уйланы. Быға тиклем ул ғүмер буйы тормошо менән ризалашмаған саҡтарында, ни эшләйһең, күрәсәгең шул булғас, тип бөтә бәхетһеҙлеген яҙмышына япһара ла ҡуя ине. Баҡһаң, маңлайыңа яҙылғанды үҙгәртергә лә булған икән. Үҙгәртергә булһа, иң беренсе нимәнән башлар ине икән? Моғайын, Асия менән айырылышҡан булыр ине. Тик ҡасан? Тәүҙә ҡәйнәһе булмаһа, бөтәһе лә үҙгәрер, тип өмөт итте. Аҙаҡ бер-бер артлы тыуған ике баланы аяҡҡа баҫтырғансы тип йәшәне. Ситтә эшләй башлағас, эшкә әүрәне. Иң ҡыйыны мөҙҙәтле ялға сыҡҡас башланды уның. Бында инде ул кәрем бөткәс, кемгә кәрәк мин тип, был уйҙы башынан бөтөнләй алып ташланы ла, һимеҙлегенән аяғын саҡ һөйрәп атлаған ҡатынына хеҙмәт итеүен дауам итте. Ғәрлегенән, дөрөҫөрәге көсһөҙлөгөнән йөрәкһегән күңелен тынысландырыр өсөн тәмәке көйрәтергә өйрәнеп алды. Был ғәҙәте уны, ысынлап та, ныҡ тынысландыра ине.  

Шәриф башланғаны булһа ла, яңы ҡаптан тәмәке алып тоҡандырҙы. Йәнә йәшкәҙәгән күҙен бысраҡ ҡулъяулығы менән тызып һөрттө лә урынынан ҡуҙғалды. Был донъяға һәр кеше бәхетле булырға тыуа, минең дә бәхетле булырға хаҡым бар, тип уйланы. Ошо уйынан ул ҡанатланып, ниндәйҙер еңеллек тойғоһо кисерҙе. Йәһәтләп кейенде лә яҙғы кистең дымлы, саф һауаһын һуларға сыҡты. Ләззәтләнеп оҙаҡ йөрөй алманы ул, ҡолағына ҡатынының асырғанып ҡысҡырған тауышы ишетелгәндәй тойолдо. Әйләнеп ҡайтыуына иһә Асияһы мәңгелек йоҡоға талғайны...

Шәриф ағайҙың, мин бит уны үҙеңә ал тип түгел, мине исмаһам ҡарт көнөмдә бәхетле ит тип һораным бит тип, Хоҙайға өҙгөләнеүе тураһында һөйләгәйнеләр. Мәҡәләбеҙ геройы бөгөн, ысынлап та, бәхетле. Әсәләрен ерләгәс тә, кесе ҡыҙы атаһын алып ҡайтып, өйөнөң түренә ултыртҡан. Ғөмүмән, ул һәр ваҡытта ла балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә булды. Биш йыл элек тәмәкеһен ташлаған, мәҙрәсәне тамамлап, дин юлына баҫҡан. Яҡты йөҙө, изгелекле күңеле уны күпкә йәшерәк һәм бәхетле итеп күрһәтә...

Лена Абдрахманова.                  

 

   

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: