Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ултырған

Зәлифә үҙ сиратында телефон аша был яңылыҡты бөтә таныш-белеше, күрше-күләне менән бүлешеп сыҡты. Иртәгәһенә “Фәнис ултырып сыҡҡан икән”, тигән хәбәр бөтә ауылға таралды. Төрлөсә хәбәрҙәр йөрөнө. Һин дә мин йөрөгән Фәнис, тиҙ арала ауыл кешеләре алдында, енәйәтсегә әйләнде. Хәбәр участковый Сәлим Миңлебаевҡа барып етте.

Ултырған
Ултырған

Ултырған

 

Ниһайәт, Фәнис ваҡыт табып, ауылына ҡайтты. Күстәнәстәрен бушатып, әсәһе менән ултырып сәй эсте лә, баҡсаға ер ҡаҙырға сыҡты. Бер түтәл ҡаҙырға өлгөрмәне күршеһе Хәмиҙулла күренде:

Фәнис ҡусты ҡайтҡан икән. Шунан шәп йөрөшмө?

Шөкөр әле, ағай. Үҙегеҙ ни хәлдә?

Беҙҙең шул ҡарттарса инде. Ауылда шул мал тотабыҙ ҙа, яҙ етеү менән баҡсала соҡона башлайбыҙ инде. Күптән ауылға ҡайтҡаның юҡ, шунан Өфө гөрләйме?

Өфө ни, гөрләй инде ул. Бына Мәскәүҙә һаҡта ултырҙым да, ҡайтыу менән ауылға тайҙым, һағындырған.

Улай икән, – тип ҡуйҙы Хәмиҙулла. – Һаҡта ултырҙым тиһең инде. Күптән ҡайттыңмы?

Кисә Мәскәүҙән киске поездан төштөм дә, өйҙә бер кис йоҡлап, ауылға ҡайттым. Ҡатындың ваҡыты юҡ.

Ҡайҙа булдың инде?

Шул Мәскәүҙә инде. Вахтала.

Улай икән! – Хәмиҙулла ҡарт, Фәнискә шикле ҡараш ташланы ла, өйөнә инеп китте.

Өйҙә ҡатыны Миңлеямалға хәбәрен теҙҙе:

Фәнис ҡайтҡан икән. Һаҡ аҫтында ултырып ҡайттым тисе. Әйтәм ауылда күптән күренмәне. Мәскәүҙә үк ултырҙым ти. Кисә поезд менән ҡайтҡан.

Ай әттәгенәһе икән! – тип ҡуйҙы был хәбәрҙе ишеткән Миңлеямал. – Мәскәүҙә ултырып ҡайтырлыҡ булғас, ниндәй эш ҡылды икән инде. Беҙҙә енәйәт ҡылған кешене Мәләүез, йә Салауат төрмәһенә ябалар түгелме һуң?

Ҡылғандыр инде шунда бер нәмә. Фәнистең Өфөлә йәшәгәненә лә байтаҡ инде. Уңайһыҙлап, төпсөнөп торманым инде. Һаҡ аҫтына юҡҡа ғына алмайҙар инде.

Был яңылыҡ менән Миңлеямал кеҫә телефонынан ауылдың икенсе осонда йәшәгән ҡоҙағыйы Зәлифә менән бүлеште.

Ҡоҙағый, бынау Өфөлә йәшәгән күршебеҙ төрмәлә ултырып сыҡҡан икән. Мәскәүҙә ултырған. Үҙе бөгөн минең Хәмиҙуллаға һөйләп торған.

Зәлифә үҙ сиратында телефон аша был яңылыҡты бөтә таныш-белеше, күрше-күләне менән бүлешеп сыҡты. Иртәгәһенә “Фәнис ултырып сыҡҡан икән”, тигән хәбәр бөтә ауылға таралды. Төрлөсә хәбәрҙәр йөрөнө. Һин дә мин йөрөгән Фәнис, тиҙ арала ауыл кешеләре алдында, енәйәтсегә әйләнде. Хәбәр участковый Сәлим Миңлебаевҡа барып етте.

Улым, беҙгә участковый Миңлебаев инеп киләсе. Ҡустың кисә килен менән Салауатҡа машина алабыҙ тип киткәйне, берәй хәл булдымы икән әллә?

Ул арала участковый Сәлим килеп инде. “Әле һаумыһығыҙ!” тип иҫәнләште.

Һаулыҡтабыҙ әле ҡустым, – тине Фәнилә. – Берәй хәл килеп сыҡтымы әллә?

Йомош Фәнис ағайҙа ине, – тине күрешкәс. – Ағай, һин Мәскәүҙә ултырып сыҡҡан, тип ишеткәс, килдем әле. На всякий, теркәп ҡуйырға кәрәк булыр.

Эйе, мин Мәскәүҙә һаҡта ултырып ҡайттым, йәғни охранала. Вахтам бөттө лә, ҡайттым әле бына. Ауылда ла күптән булғаным юҡ.

Миңлебаев, Фәнистең һөйләгәнен тыңлап бөттө лә, рәхәтләнеп көлөргә тотондо.

 

Харис ШӘРИПОВ.

Ултырған
Ултырған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: