Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

БӘХЕТ КӨНӨ

Бәхет көнө икән бөгөн!Беләһегеҙме?Тик бәхеттән торһон был көн –Теләйһегеҙме?

БӘХЕТ КӨНӨ
БӘХЕТ КӨНӨ

Тик бәхеттән һәр бер аҙым,
Һәр бер тын алыш –
Булһын ине бөгөнгө көн
Бөйөк һынылыш!

Бәхет бит ул: ҡояш көлә,
Ҡоштар һайрайҙар,
Йырғанаҡтар юлдар һалып,
Йырҙар йырлайҙар.

Илдә тыныслыҡ булыуы
Бәхет түгелме?
Яҡындарым һау-сәләмәт –
Йәшәү күңелле!

…Бер көн етмәй бәхет өсөн,
Ул көн дә кәрәк!
Бөгөн бәхетле икәнен
Аңлаусы һирәк.

Ниндәй матур был донъялар!
Шатлана ҡоштар…
Һәр көн булһын бәхет көнө,
Эйеме, дуҫтар?!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
 
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: