Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

УМЫРЗАЯ ҒҮМЕРЕ ҠЫҪҠА

Умырзаяны кем яратмаһын инде?! Бигерәк тә ауылда тыуып үҫкәндәр өсөн яҡын ул. Йылының һыуыҡты еңеүен белдергән сәскәне күреү менән йыл һайын бала саҡтың бер көнө иҫкә төшә.

УМЫРЗАЯ ҒҮМЕРЕ ҠЫҪҠА
УМЫРЗАЯ ҒҮМЕРЕ ҠЫҪҠА

Яҙғы ҡояш нуры аҫтында ер ҡарҙан асыла башлау менән күрше-тирә ҡыҙҙар менән ауыл осондағы тау битләүенә күтәреләбеҙ. Ер-һыу кипкәнсе көн дә барабыҙ унда. Туп тибәбеҙ, баҫтырыш уйнайбыҙ, талпандан да, сысҡандан да ҡурҡмайбыҙ. Шулай бер көн уйнарға килһәк, тау битләүе тулы һары, зәңгәр умырзая. Уйыныбыҙҙы ла онотоп, сәскә йыя башланыҡ. Бәләкәс кенә устарыбыҙға һыймай башлағас, йүгерә-йүгерә ҡосаҡҡа йыябыҙ. Үәт, әсәй ҡыуанасаҡ, бәләкәй генә ҡыҙҙарым күпме сәскә алып ҡайтҡан, тип беҙҙе һөйәсәк. Тик ашҡынып ҡайтыуыбыҙ бушҡа булды. Әсәй беҙҙе шелтәле ҡараш менән ҡаршы алды. Улай ғына ла түгел, ғүмерҙә булмағанса ныҡ ҡына әрләне лә:

- Умырзаяның ғүмере былай ҙа бер көн. Һеҙ уға шуны ла тойорға бирмәгәнһегеҙ. Тәбиғәт үҙенең матурлығын бер кеше өсөн генә бирмәй. Ул яҡшыға өмөт бүләк итеп, бер көн генә йәшәп ҡала... - бала аҡылы аңламаған тағы бик күп нәмәләр әйтте.

Беҙҙең баштарҙан да нығыраҡ эйелгән умырзаяларыбыҙ ҡосаҡлап, бына хәҙер әсәй килер ҙә, сәскәләрҙе йолоп алып быраҡтырыр инде, тип баҫып торабыҙ. Юҡ, әсәй улай итмәне. Һаҡ ҡына алды ла, яртыһын күләгәгә киптерергә һалды, икенсе өлөшөн спиртҡа төнәтеп, ҡараңғы урынға ултыртты. Һуңынан ҡыш буйы уны төрлө сир-сырхауҙан ауыҙҙы сайҡаттырғаны, аяҡ-ҡулға һөрткәне хәтерҙә.

Үҫә төшкәс умырзаяның яҙ башын, көндәр йылыныуын белдергән, ысынлап та, өмөт бүләк иткән сәскә бүләк иткәнен аңланым. Шулай уҡ

Ҡыҙыл китаптан уның егерменән ашыу төрө барлығын, үҫемлектәрҙән  ҡиммәтле дарыуҙар эшләнгәнен уҡып белдем. Олоғая килә кеше ғүмере лә, сәскәнеке кеүек, күҙ асып йомған арала үтеүенә төшөндөм. 

Әле лә умырҙаяларға ғашиҡмын. Әммә уларҙы башҡаса бер ҡасан да өҙгәнем юҡ. Ҡарап ҡына, һоҡланып ҡына яратам.

Лена АБДРАХМАНОВА. 

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: