Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә мәҙәниәт өлкәһенә тоғро хеҙмәт итеүселәр тәбрикләнде.

Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде

Мәләүез ере - таланттарға бай төбәк. Уларҙың күбеһе мәҙәниәт оҫталары булып танылып, район данын республика ғына түгел, Рәсәй, сит ил кимәлендә яҡлай. Бөгөн халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы һаҡлана һәм үҫешә бара. Музыка, театр, бейеү коллективтарының, һүрәт төшөрөү сәнғәте, музей, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәренең сағыу ижады һәм көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә район-ҡалала ойошторолған саралар сағыу төҫ ала һәм оҙайлы осорға хәтерҙә уйылып ҡала. Яҡташтарыбыҙ республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрҙә еңеү яулап һөйөндөрә.

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә мәҙәниәт өлкәһенә тоғро хеҙмәт итеүселәр тәбрикләнде.

- Илебеҙ мәҙәниәтенең бай традицияларын арттырыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым. Байрам көнөндә һеҙгә һәм мәҙәниәт өлкәһе ветерандарына үҙ хеҙмәтегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм илһам, яңы уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйем», - тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов. 

Сара хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫылыр.

Л.Хәйруллина фотолары.

 

Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Мәҙәниәткә тоғролар тәбрикләнде
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: