Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ЕЛКЕНЕП ҠУЯ УЛ КҮҢЕЛ

НАИЛӘ ХӘМБӘЛИЕВА ШИҒЫРЫ

ЕЛКЕНЕП ҠУЯ УЛ КҮҢЕЛ
ЕЛКЕНЕП ҠУЯ УЛ КҮҢЕЛ

Елкенеп ҡуя ул күңел,
Ни тиһәң дә, яҙ бит,яҙ!
Эй өгөтләй: йырламаһаң,
Ҡағыҙ тултырып хат яҙ.

Ҡағыҙ тултырып шиғыр яҙ-
Булдыраһың да инде!
Хистән генә яратылған
Миҙгелдә бер ай инде.

Йырғанаҡты йырлатып ҡуй,
Талпындыр тал бөрөһөн.
Һинең ҡәләмең көйөнә
Йылғала боҙ иреһен.

Йондоҙҙарҙы ергә төшөр,
Ҡар һыуында ҡойондор.
Асмандарҙың саңдарынан
Уларға ла ҡыйындыр.

Йөрәк тигән бер тирәнән
Осор күккә ҡоштарҙы.
Ҡанаттарға бәйләп ебәр
Китмәй ятҡан ҡыштарҙы.

Тау биттәрен уята һал,
Һайрата һал ҡоштарҙы.
Ваҡыт инде. Күпме оя
Нисәмә ай буш торҙо.

Елкенеп ҡуя ул күңел,
Елпенеп алды ҡәләм.
... Етте минән.
Был яғына
Көн битендәге тәҙрәмә
Алһыу пәрҙәләр эләм.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: