Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

МӨХӘББӘТ - УЛ ИҢ ҘУР КӨС

Мөхәббәт менән Айырылышыу баҫыу ҡырында торған ҡыҙ менән егетте күреп ҡалған.

МӨХӘББӘТ - УЛ ИҢ ҘУР КӨС
МӨХӘББӘТ - УЛ ИҢ ҘУР КӨС

Айырылышыу:

- Мин уларҙы айыра алам , - тигән.

Мөхәббәт:

- Туҡтап тор әле. Бер генә тапҡыр яндарына барып киләм... – тигән дә барып, кире әйләнеп килгән.

Айырылышыу:

- Юҡ инде, хәҙер бер нәмә лә эшләй алмайым, һуңғараҡ барырмын.

Ваҡыт үткән. Айырылышыу, быларҙың һөйөү хисе һүрелгәндер инде, хәҙер уларҙы айырырға була, тип уйлап, теге икәү янына барһа, уларҙың араһында сабый ултырғанын, ә ҡатын менән ир күҙендә бер-береһенә Рәхмәт тойғоһон күрә.

Айырылышыу һуңғараҡ килергә ниәт итеп, кире әйләнә.

Бер аҙҙан Мөхәббәт һәм Рәхмәт хисе үткәндер инде, хәҙер һыуындырырға була, тип барһа, уларҙың ҡарашында Ихтирам һәм Аңлауҙы, өсөнсө килгәнендә улар йөҙөндә Ышаныс тойғоһон балҡыуын тоя.

Байтаҡ ваҡыт үткәс килһә, өй тулы балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шау-гөр килә икән. Ә усаҡ янында ҡатын болоҡһоп ултыра. Хәҙер инде уларҙы айыра алам тип ҡыуана. Ҡатындың күҙенә ҡарарға ғына ынтылһа, уныһы тора ла, сығып китә. Айырылышыу уның артынан зыяратҡа килә.

Үҙенең һуңлағанлығын аңлай Айырылышыу. Шулай ҙа ҡатындың күҙенә ҡарарға өлгөрә һәм унда иҫ киткес матур Иҫтәлекте абайлай. Унда Мөхәббәт, Рәхмәт, Ихтирам менән Бер-береһенә ышанып һәм аңлашып йәшәү хәтирәһе урын алған була...

Ләйсән СӘЛИХОВА тәржемәһе.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: