Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡомһоҙлоҡ касафаты

Бер аҙнанан бар баҡсалары, ҡура еләктәре, ҡарағаттар, сейәләр, күгәндәр - барыһы ла салт һары төҫөнә инде. Бер аҙҙан емештәре лә ҡойолоп төштө. Ә икенсе йылына бөтөнләй ҡороно. Өс- дүрт йылдан бар емеш ағастары ла бөттө. Әммә Шәмсетдин ҡоротам тигән сүп үләндәре генә ҡотороп үҫә.

Ҡомһоҙлоҡ касафаты
Ҡомһоҙлоҡ касафаты

     (Уймаҡ хикәйә)

Шәмсетдин - тракторсы. Ғүмерен совхоздың, артабан колхоздың Т - 150 тракторында уҙғарҙы. Тракторы шәп! Үҙе лә уңған шул. Һәр ваҡыт ҡарап, майлап торғанға,            ватылмай ҙа.   
Үҙенә лә әҙләп булһа ла, файҙаһы тейеп тора. Барда ташығанда малдары һимерә, аҙыҡҡа исраф кәмей. Йәйен яртышар күбә булһа ла йәм-йәшел бесәне ҡайта. Көҙ пайлыҡ йыйыла.
Быйыл уны химик утауға сығарҙылар. Эштән ҡайтыуына ҡатынының бөксәңләп үлән утауын күреп йәлләй ине. Уға ярҙам итергә булды. Ҙур дәүмәлле мискәһенең төбөндә химик утау шыйыҡсаһын ҡалдырып алып ҡайтты. Ҡатынына әйтмәй генә ярҙам итергә булды. Улар урамдың ситендә йәшәгәнгә күрә, баҡсалырын уратып
һибергә уңайлы.      

Аптыраған ҡатынына:      
-Һыу һибәм, - тип кенә яуапланы.     

Бер аҙнанан бар баҡсалары, ҡура еләктәре, ҡарағаттар, сейәләр, күгәндәр - барыһы ла салт һары төҫөнә инде. Бер аҙҙан емештәре лә ҡойолоп төштө. Ә икенсе йылына бөтөнләй ҡороно. Өс- дүрт йылдан бар емеш ағастары ла бөттө. Әммә Шәмсетдин ҡоротам тигән сүп үләндәре генә ҡотороп үҫә.

Азат ХӘЛИЛОВ.

Ҡомһоҙлоҡ касафаты
Ҡомһоҙлоҡ касафаты
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: