Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

БӘХЕТЛЕҺЕҢМЕ ТИП ҺОРАЙҘАР...

МОСТАЙ КӘРИМ ШИҒЫРЫ

БӘХЕТЛЕҺЕҢМЕ ТИП ҺОРАЙҘАР...
БӘХЕТЛЕҺЕҢМЕ ТИП ҺОРАЙҘАР...

Һорайҙар: «Бәхетлеһеңме?»
Бәхетем үҙем менән.
Серһеҙ түгел, сере лә бар, —
Уныһын үҙем беләм.

Үтә ғүмер. Әллә ниндәй
Үрҙәргә өлгәшмәнем.
Һоҡландым кеше эшенә,
Кешенән көнләшмәнем.

Һандуғас һайрар баҡсала
Тын торҙом, өндәшмәнем.
Һоҡландым мин ғашиҡтарға,
һоҡландым, көнләшмәнем.

Нәфсе һонмай, сабыр көттөм
Яҙмыштың өләшкәнен,
һоҡландым мин даһиҙарға,
Даһиҙан көнләшмәнем.

Көндө күреп ҡыуаныуҙан
Эркелде күҙ йәштәрем.
Һоҡландым мин был донъяға,
Донъянан көнләшмәнем.

Булған бәхет үҙем менән,
Ризаларға — әшнәмен.
Һоҡландым бәхетлеләргә,
һоҡландым, көнләшмәнем.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: