Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ҮҘЕМ БЕЛӘМ: ХОЛҠОМ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ

ҮҘЕМ БЕЛӘМ

ҮҘЕМ БЕЛӘМ: ХОЛҠОМ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ
ҮҘЕМ БЕЛӘМ: ХОЛҠОМ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ

Үҙем беләм: холҡом еңел түгел,
Үсегеүҙән алам фырлап та,
Бигерәк бер ҡатлы сағым була,
Тик торғанда алам йырлап та!

Иҫәпсел дә булам ҡайһы саҡта –
Оҡшамайым хатта үҙемә!
Йәнем көйөп шартлар хәлгә етәм –
Эләкмәгеҙ генә күҙемә!

Әҙәм ышанмаҫҡа ышанамын,
Әҙәм көлөр ерҙә илайым,
Таштан ҡаты, ҡарҙан һыуыҡ булам,
Тыныс торор ерҙә тулайым.

Моңһоуланып бағам офоҡтарға,
Йә шарҡылдап көләм бушҡа ла,
Иҫем китә үҙем ҡыланғанға –
Килмәҫ ине хатта башҡа ла!

Ярҙам итеү инде ҡанға һеңгән –
Изгелекте сәсәм шаҡшыға,
Кисерә лә алам кисермәҫте,
Яуызлыҡты юрап яҡшыға.

Хыянаттар төшһә быуыныма,
Яңғыҙлыҡтан ғына ял алам,
Йәштәремде һөртөп киптерәм дә,
Илаҡлығым өсөн оялам.

Үҙем беләм: холҡом еңел түгел,
Үкендерә гелән аҙаҡтан…
…Тик белегеҙ: йәште һөртөрмөн дә,
Йылмайырмын һеҙгә ҡабаттан!

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: