Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!

 “Мин шундай бәхетле! Шул тиклем яҡшы хис-тойғолар кисерҙем!

Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!
Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!

 “Мин шундай бәхетле! Шул тиклем яҡшы хис-тойғолар кисерҙем! Спектаклдән һуң мин сәхнә йондоҙо Фидан Ғафаров менән фотоға төштөм!

Уның ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙе 45 йыл самаһы элек радио аша тыңлай торғайныҡ. Аңлайһыңмы, мин был актерҙың талантына шул осорҙан бирле ғашиҡмын!  Ял көндәрендә иртәнсәк торғас тиҙ генә өйҙәге эштәрҙе бөтөрәбеҙ ҙә радио эргәһенә йыйылабыҙ. Хәтерләйһегеҙме Ғәлиә менән Заһир йырын? “Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, осрашҡанда көндәр төн менән...” Күҙҙән йәштәр сыға, әсәйҙән оялып йәшереп йәштәрҙе һөртәбеҙ.

Тиҫтә йылдарҙан һуң сәхнә кумиры ҡатнашлығына спектакль ҡарау  бәхете тейҙе. Баштан йәшереп кенә күҙҙән йәштәрҙе һөртә инем, аҙағынаса тыныс ҡына ҡарап булманы. Ә артистар ниндәй талантлы! Сәхнәлә артист шул хәтлем ролгә инә, геройҙың тормошо менән йәшәй, мөхәббәтенең сирләгәнен белгәс, тетрәнә, уның илағанына бар зал һыҡтай...” – Кисә Мәләүез ҡалаһында булған тамашанан һуң әхирәтем үҙенең хис-тойғоһо менән бүлеште.

Фидан Ғафаров ҡатнашлығында Башҡорт халыҡ драма артистары “Бәхет хаҡы” музыкаль драмаһын мәләүездәргә тәҡдим итте.

Төп герой – Зариф – композитор, музыкант, йырсы, етәксе –ижадҡа мөккибән китеп, үҙ ваҡытында ғаиләһенә иғтибар бирмәй. Өлкән йәшкә еткәнсе, сәнғәткә хеҙмәт итеү быларҙың барыһын да аҡлаясаҡ, тигән фекерҙә йәшәй, бар ғүмерен сәхнәгә арнай. Ҡатыны иһә ир, ғаилә өсөн йәшәй, ҡыҙғанысҡа, атай йылыһы, иғтибарынан ситтә ҡалған улы юлдан яҙа.

(Тамаша тураһында мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!
Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!
Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!
Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!
Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!
Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: