ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ҠЫҘЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ...

Уҡыйыҡ әле, нәсихәт бит был.

ҠЫҘЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ...
ҠЫҘЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ...

- Мейесеңде һылап, ағартып тот,
Йылы һыуың булһын ҡаҙаныңда.
Суйыныңдың башта тышын таҙарт,
Тап ҡалмаһын ҡашыҡ-аяғыңда.

...Нотоҡ уҡый шулай беҙгә әсәй,
Тейеп кенә бөтә теңкәбеҙгә.
- Өйрәнгәнең булыр үҙең өсөн,
Йәшәмәҫһең мәңге елкәбеҙҙә.

Бер эштән дә ғәйеп эҙәмәгеҙ,
Ҡулың белһә генә йөҙөң яҡты.
Ни тотһағыҙ шуны башҡарығыҙ,
Ҡатын-ҡыҙҙа йәне йорт-усаҡтың.

Ата-әсәһе кем тип битәрләрҙәр,
Тап төшмәһен беҙҙең йөҙөбөҙгә.
Ҡайны-ҡәйнә рәнйеп йәшәмәһен
Килен булып төшкән ерегеҙҙә.

...Тыуған йортта хәҙер мин тик ҡунаҡ,
Өмөтләнеп ҡайтам хөрмәт-һыйға.
"Әсәһенә ҡарап ҡыҙ ҡосаҡла..." -
Шуны ғына әйтәм ҡоҙағыйға.

ТАМАРА ҒӘНИЕВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: