Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ҠАРҒЫШ

Йәмиләнең әсәһе, дин ҡағиҙәләре менән йәшәгән Мәйсәрә инәй, берҙән-бер ҡыҙының урыҫ егетен эйәртеп ҡайтыуын ауыр кисергән. Кейәүгә сығырға ризалыҡ биреү түгел, Ҡөрьән тотоп, ҡыҙын ҡарғаған.

ҠАРҒЫШ
ҠАРҒЫШ

Өфөлә уҡыуымды тамамлағас, таулы райондарҙың береһенә эшкә ебәрҙеләр. Киске поезға ултырып юлға сыҡтым. Юлға, әлбиттә, таң менән сығыу хәйерлерәк. Әммә ни ҡылмаҡ кәрәк, бараһы яғыма поезд кис ҡуҙғала, минең ихтыярыма ла, теләгемә лә бәйле түгел. Юл ғазабы – гүр ғазабы, тигәндәр. Тәғәйен еремә эт күрмәгәнде күреп, өс тәүлек тигәндә көскә барып юлыҡтым. Беҙ китаптарҙа ғына уҡын белгән, ҡарурманлы ҡарт Уралтау армыттары ҡосағында ятҡан ҙур булмаған Бикташ тигән төпкөл ауыл ине ул. Юл ғазаптарынан асыуым килеп, йөрәгем әрнеп, мине ошо йәһәннәм төбәгенә ебәргән кешеләрҙе эттән алып эткә һалып әрләп, ҡарғап килдем. Килеп күргәс, йәнем ирене.

Ауыл ултырған урын торғаны бер ожмах ине. Тәбиғәттең матурлығын һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Болоттарға терәлеп торған текә ҡаяларын, йырлап аҡҡан йылғаларын, йәйрәп ятҡан күлдәрен тасуирлап биреү өсөн сәсән теле көсһөҙ, шағир һүҙе төҫһөҙ тойолор ине. Бикташтың кешеләре лә ауылдың һоҡланғыс тәбиғәтенә бәрәбәр булып сыҡты. Бер һабаҡта үҫкән сәскәме ни, барыһы ла аҡ түңәрәк йөҙлө, ҡап-ҡара сәсле, ҡыйғас ҡара ҡашлы, оҙон керпекле, ҡойоп ҡуйған буй-һынлы, шишмә сылтырауын хәтерләткән моңло тауышлы, һығылма билле, йөрөштәре лә үҙҙәренсә, атлап түгел, гүйә, йөҙөп кенә йөрөйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙың һыулы биҙрәләре сайҡалмай ҙа.

«Тәбиғәт гармонияһы ошолай саф килеш һаҡланған берҙән-бер мөйөш булманымы икән Бикташ», – тип уйлап ҡуям әле лә.

Мине Шәйҙә исемле, был яҡ һөйләше менән әйтһәк, инәйгә фатирға урынлаштырҙылар. Йәше етмешкә яҡынлаһа ла, ул ҡарап торорлоҡ һылыу, эшсәнлеген әҙ генә лә юғалтмаған, уңған, яғымлы кеше ине. Эшләгәндә ҡулына күҙ эйәрмәй. Ҡайһы арала ашы бешкәп-төшкән, иҙән-кере йыуылған, донъяһы ялт итеп тора. Көн аралаш мунса яға инәй. Урман өҫкә ауып тора, утынға ҡытлыҡ юҡ. Ләкин ниңә көн аралаш, шуға төшөнә алмайым. Инәй ҡушҡанса, хуш еҫле миндек туҙғансы сабынам.

Баштараҡ был шөғөл биҙҙерә лә башлаған кеүек ине, аҙаҡ өйрәндем. Тора-бара ҡарағай еҫе аңҡый торған мунса, танһыҡ аш кеүек, яҡын булып китте.

Был яҡта беҙҙәге кеүек ер һөрөп иген сәсмәйҙәр, ҡура-ҡура мал аҫрамайҙар. Мал тоталар тотоуын, тик уларҙы йәй әйләнәһе күрмәйҙәр, көҙ һалҡындар башланғас ҡына эҙләп алып, кәртәгә ябалар. Бесән яғы мул, эҫкерте-эҫкерте менән тора. Ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа урман эшендә. Иртән сығып китәләр, кис арып-талып ҡайтып йығылалар. Көндөҙ ауылда бала-саға ла ҡарт-ҡоро ғына. Ҡышы оҙаҡ, һыуыҡ буранлы, шомло. Йәй, көтөп алынған һылыу ҡыҙҙай, барлыҡ хозурлығы, байлығы, муллығы менән йәнеңде биләй. Малай-шалай һыу буйында һыу инә, балыҡ мәскәүләй, ҡыҙ-ҡырҡын емеш-еләк йыя, кер сайҡап, ҡояшта ҡыҙына. Ошо миҙгелдә Шәйҙә инәй, икенсе һулышы асылып, йәшәреберәк киткәндәй була. Эстән генә моңло көйҙәр көйләп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрен башҡара. Йыш ҡына ҡайҙалыр сығып китә лә оҙаҡ ҡына ҡайтмай юғалып тора. Аҙаҡ белдем: туғай-сағылдарҙан, аҡландарҙан төрлө шифалы үлән-сәскәләр йыя икән. Үләндәр менән келәт, һарай, өй эстәре тула. Тирә-йүнгә иҫерткес тәмле еҫ тарала.

Йәй еҫе һалҡын ҡыш килгәс тә һине ташламай, тәндәреңде йомшартып, һулышыңды иркенәйтеп, йәнәшеңдә йәшәй. Бушаған арала мин дә инәйгә үлән-сәскәләр килтерешергә булышам.

– Бикташҡа килгәс, буйланып, таҙарып киттең, – ти Шәйҙә инәй, йылмайып.

– Һеҙҙә һауа шәп, – тим.

– Дөрөҫ, – ти инәй, – һауа ла дауа.

Ләкин иң шәп дауа шифалы үлән менән эҫе мунсала булған. Мин быны аҙаҡ ҡына аңланым. Үҙенең шифалы үләндәре, эҫе мунса пары менән Шәйҙә инәй ауырыуҙарҙы дауалай икән. Уға төрлө яҡтан киләләр. Ваҡытҡа ҡарамай, инәй уларҙы ҡабул итә. Дауалау, ауырыуҙың хәленә, һауа торошона ҡарап, төрлө урында, төрлө шарттарҙа бара: һыу буйында, болонда, урман аҡланында, өйҙә, эҫе, йылы, йылымыс мунсала. Бер көн шулай эшкә китергә йыйынып йөрөгәнемдә Шәйҙә инәй ғәҙәтенсә яғымлы тауышы менән йомшаҡ ҡына өндәште: Йәмил улым, мөмкин булһа, бөгөн эштән ҡайткас, мунса тоҡандырырһың әле.

Мунса яғыу минең яратып башҡарған эшемә әүерелгәйне инде. Турап, өйөп ҡуйған утын ике-өс йылға етерлек, тик шуны аңламайым, мунсаны кисә генә яҡҡайным. Шәйҙә инәйгә һораулы ҡарап алам. Ул мине һүҙһеҙ аңлай. Көрһөнөп: «Шулай кәрәк, Йәмил улым, шулай кәрәк», – тип һөйләнә, үҙе ниндәйҙер төйөнсөктәр менән маташа.

Мунса өйҙән алыҫ ҡына, баҡса артында, ҡыуаҡтар араһында, йәшеллеккә күмелеп ултыра. Эргәһенән генә ҙур булмаған шишмә сылтыр-сылтыр аға. Яҙ, йәй был тирәлә ожмах инде. Иртәле-кисле тирә-яҡ ҡоштар йыры, һандуғас моңона күмелә. Мунсанан яңынан тыуғандай килеп сығаһың, үлән сәйе эсеп, ҡоштар моңона иҫереп ултырыу үҙе бер ғүмер.

Эштән ҡайттым да мунса тоҡандырып ебәрҙем. Утын ҡоро, мейес дөрләп яна. Йәнәшәмдә генә шишмә сылтыр-сылтыр үҙ көйөн көйләй. Донъяның фанилығын тәҡрарлап, сыр-сыу килеп ҡоштар оя ҡора. Шартлап тал бөрөһө асыла. Йыһан усағына рәхмәттәр әйтеп, тәүге умырзая йылмая.

Әҙерләп ҡуйған миндекте бешерҙем дә, эҫе мунсаны томалап, өйгә индем. Шәйҙә инәй янында ят сибәр ҡыҙ ултырғанын күреп, ишек төбөндә туҡтап ҡалдым. Беҙҙең ҡараштар осрашты. Мин тертләп ҡуйҙым. Оҙон керпек эсенән муйыл ҡара күҙҙәр ниңәлер үтә моңһоу ҡарай ине. Моңһоу ғына түгел, нимәлер ялбара ине, буғай, улар. Борсоулы тынлыҡты Шәйҙә инәй өҙҙө.

– Йәмил улым, Йәмиләне мунсаға алын бара тор әле.

– Нисек Йәмилә?

Үҙем дә һиҙмәҫтән, телемдән шундай һүҙ ысҡынды.

– Эйе, уның исеме Йәмилә, – тине Шәйҙә инәй, минең ҡаушап ҡалыуымды күреп. – Ауырыу ул. Йәмилә ныҡ ауырыған.

Шунда ғына мин Йәмиләнең моңһоу, ялбарыулы ҡарашын аңлағандай булдым.

Оҙаҡ дауаланы Шәйҙә инәй Йәмиләне. Мин көн аралаш мунса яғам. Ул үҙенең үләндәрен һайлап, Йәмиләне сабырға миндек әҙерләй. Мунсанан сыҡҡас, сәскә төнәтмәһе эсерә, йәнә ниндәйҙер үләндәргә төрөп, саф һауаға йоҡларға һала. Торғас, йәнә төнәтмәле сәй бирә, унан үҙ бүлмәһенә алып инеп китә, унда нимә эшләгәнен мин оҙаҡ ҡына белә алманым.

Көндәр шулай үтә торҙо. Мин Йәмиләне ҡултыҡлап мунсаға йөрөтәм. Быға ҡыҙ ризаһыҙлыҡ белдермәй. Ул минең ҡултыҡлауымды әллә тоя, әллә юҡ. Быуындары тотмай, һөйләшмәй Йәмилә, бөтә нәмәгә битараф. Мин генә ниңәлер тулҡынланам. Еткән, сибәр ҡыҙ бит. Ҡулым ҡулына тейеү менән ҡыҙарып китәм. Ниңә ҡыҙарамдыр, белмәйем.

Шәйҙә инәй тәүлек әйләнәһенә ауырыу эргәһенән китмәй. Үҙ балаһын әүрәткәндәй яғымлы, йомшаҡ тауышы менән Йәмиләне иркәләй. Мин уны йәлләп төндәр буйы уйланып сығам. Кем ул Йәмилә? Ниңә аяҡтары йөрөмәй, һөйләшмәй? Йәш кенә көйө ниндәй сиргә юлыҡҡан? Йәмиләнең күрше ауылдан булыуын, ҡайҙалыр уҡып йөрөүен, күптән түгел әсәһе үлеп, етем ҡалыуын Шәйҙә инәй һөйләй биреп ҡуйғайны, шунан артығын белмәйем, һауығырмы ул? Башымда йөҙләгән һорау, тик береһенә лә яуап юҡ. Шулай көн артынан көн үтте, йәй етте.

Көндәрҙең береһендә Шәйҙә инәй бүлмәһенән йөҙө яҡтырып килеп сыҡты.

– Аллаға шөкөр, көрсөк үтте шикелле, – тине, үҙ-үҙенә һөйләнгәндәй. Үҙе һаман төйөнсөк-төйөнсөк үләндәрен аҡтара, береһен сисә, береһен төйнәй.

– Һиңә хәҙер Йәмиләгә күренмәйерәк торорға кәрәк булыр, Йәмил улым. Мунсаға үҙем йөрөтөрмөн.

Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. «Нисек инде күренмәй тор? Ниңә?» Инәйгә асыуым килде. Күпме йөрөттөм. Хәҙер күренмәй тор, имеш.

– Уның сиренә, бәлки, бына һинең һымаҡ егеттәр ғәйеплелер, – тип һөйләнеп ҡуйҙы Шәйҙә инәй, ни өсөндөр миңә һынаулы ҡарап.

Инәйгә ҡаршы килеп торманым. Йәйгеһен теләһә ҡайҙа урын йәй. Тоттом да мунсанан алыҫ түгел ҡыуыш ҡороп алдым. Бик йәтеш килеп сыҡты. Төнө буйы һандуғас моңон тыңлап ятам. Ә улар йәнеңде иретә. Күңелеңдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, мәжнүн яһай. Хыял донъяһында йөҙҙөрә. Йәмилә генә тиҙерәк һауыҡһын, тип Аллаға ялбарам. Хоҙайға мең рәхмәт, минең өҙгөләнеүемде күрә, буғай, Йәмилә әкренләп һауыға, һаҡ ҡына баҫып үҙ аллы йөрөй, һөйләшә башланы.

Бер көн шулай, Йәмилә йоҡлаған арала, инәйҙең буш минутын тура килтереп, һорайһы иттем: «Йәмилә нимә менән ауырыған, инәй?»

Шәйҙә инәй, уйланып, байтаҡ өндәшмәй торҙо. Эргәмә килеп: «Уның һауығыуында һинең дә өлөшөң бар», – тип, мине йыуатҡандай һөйләнеп, башымдан һыйпап ҡуйҙы.

– Йәмиләнең сирен теүәл билдәләү, бер һүҙ менән аңлатыу еңел түгел, – тип башланы Шәйҙә инәй һүҙен. – Ә, бәлки, мөмкин дә түгелдер әлегә. Шуға ла уны, оҙаҡ ҡына дауалап ҡараһалар ҙа, ярҙам итә алмағандар. Хәҙерге заман врачтары, нервылары ҡаҡшаған, боронғолар, ен ҡағылған, тиер ине, бәлки. Ысынлап та, оҙайлы ғына ваҡыт уның нервыларын дауалағандар, әммә ауырыу һауыҡмаған.

– Нимә булған һуң Йәмиләгә?

– Йәмиләгә ҡарғыш төшкән.

– Ҡарғыш төшкән? Нимә һуң ул ҡарғыш?

– Ҡарғыш – ул яман нәмә. Уны насар һүҙҙәр нисбәте тин кенә белә кеше. Әммә ҡарғыш һүҙ генә түгел, кире тамғалы биоэнергия ул. Кире биоэнергиялар организмда тейешенән күберәк булһа, кеше ауырыуға һабыша, үлеп китеүе лә ихтимал.

Уны нисек дауалайҙар?

– Дауалауҙы күреп йөрөнөң дәһә.

– Мин күргәне ни...

Уныһы шулай. Нервыларын мунса, шифалы үлән дауаланы. Үҙемдең биотоктарымды биреп, биоэнергияһын көсәйтергә тырыштым. Ауырыуҙың ыңғай биоэнергияһы әкренләп кире биоэнергияны ҡыҫырыҡлап сығарырға тейеш. Йәмилә һауығып бөтмәгән, процесс бара ғына әле, уның уңышлы тамамланыуына ышанғы килә. Ләкин өҙлөгөп ҡуйыуы ла ихтимал. Быға әҙ генә сәбәп тә етә. Шуға ла мин һине ҡыуышҡа ҡыуаланым.

Шәйҙә инәй, һөйләүенән туктап, йылмайғандай итте, кисерештәрен еңеләйтер өсөнмө, башымдан һыйпап алды. Бөтә тәнемә йылы һауа тулҡыны бәрелеп үтте.

Йәмилә көнләп һауыға, аяҡтарына ныҡлап баҫып йөрөй, әкренләп һөйләшә, көлә лә башланы. Йорт алдына ла сығып йөрөштөрә. Шәйҙә инәй йылмайып ҡарап тора ла, йәнә үҙенең бөтмәҫ эштәренә сума. Дауалау дауам итә. Мин, йоҡоһонан ваҡытһыҙ уянған айыу балаһылай, ҡыуышымда бәрелеп-һуғылам. Үҙемә урын тапмайым. Мең төрлө уйҙарға биреләм. Йәмиләне кем, ниңә ҡарғаны икән? Ҡарғыш – кире биоэнергия, ти Шәйҙә инәй. Кем белә, бәлки, ул шулайҙыр ҙа. Тәбиғәттең серенә кем төшөнөп бөткән? Ҡапыл бәләкәй сағымдағы бер ваҡиға иҫемә килеп төштө.

Күрше ауылда Сәғитйән тигән һунарсы ағай бар ине. Төлкө, бүрегә йөрөнө. Бер саҡ ошо ағай ике тере бүре балаһы алып ҡайтҡан. Ышанмай, малайҙарға эйәреп, мин дә барып күрҙем. Эт балаһы саҡлы, мамыҡ йөндәре тырпайып торған ике туптай көсөк. Тейергә итһәң, тештәрен ыржайтып артҡа сигенәләр, сыйылдайҙар. Малай-шалай, ир-ат мәрәкә итеп ҡарарға йыйыла. Әбей-һәбей, ризаһыҙлыҡ белдереп: «Гонаһын ҡайҙа ҡуяһың, Сәғитйән? Нимәгә йәнлекте рәнйеттең? Ҡарғышынан ҡурҡ!» – тип уҡынып китә.

Ысынлап та, күп тә үтмәне, Сәғитйән ағай үлгән, тигән хәбәр ишеттек. Йөрәге туҡтаған, тинеләр. Имән кеүек таҙа кешенең йөрәге нишләп улай тиктомалдан туҡтап ҡуйҙы икән?

Уйҙарым йәнә Йәмиләгә әйләнеп ҡайта. Шәйҙә инәй, күренмәй тор, тимәһә, Йәмилә менән танышып, һөйләшеп йөрөр инек. Тиҙерәк тә һауығыр ине, бәлки. Шәйҙә инәй, ярамай, ти. Ул белә торғандыр инде.

Йәмилә менән беҙ көтмәгәндә осраштыҡ. Эштән ҡайтып, ҡыуыш алдында уйҙарға бирелеп ултыра инем, яҡында ғына һаҡаулана башлаған кәкүк ҡысҡырҙы. Бер, ике, өс. Ғәҙәт буйынса, кәкүк ҡысҡырыуын һанап, аяҡ тауышын ишетмәй ҡалғанмын.

– Ой! – тигән сибек кенә тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Ҡараһам, алдымда Йәмилә баҫып тора.

– Һаумыһығыҙ, – тинем мин, ҡаушауымды йәшерә алмай.

Йәмилә өндәшмәй, ҡара матур күҙҙәрен мөлдөрәтеп, миңә ҡарап тик тора. Мин ҡурҡыуға төштөм.

Башымдан йәшен тиҙлеге менән, эште боҙҙом, ахырыһы, тигән уй үтте. Йәмиләгә насар булып ҡуймаһын тағы.

Ҡыҙға насар булманы. Кинәт, бер туғанын осратҡандай, йөҙө яҡтырып китте, өнөммө был, төшөммө тигәндәй, бер аҙ ҡарап торҙо ла миңә килеп һарылды.

– Йәмил! – тине ул ап-асыҡ итеп. – Һин ниңә минән йәшеренәһең?

Ни тип әйтергә лә белмәйем. Ике битем уттай янып китте.

– Йәмилә... – тип ниҙер әйтергә итәм, телем әйләнмәй, тауышым сыҡмай.

– Һин мине мунсаға ҡултыҡлап йөрөттөң бит. Аҙаҡ ҡайҙалыр юғалдың.

– Мин юғалманым, мин ни...

Йәмилә яңғыратып көлөп ебәрҙе.

Йәмиләнең һаулығы күҙгә күренеп яҡшыра барҙы. Беҙ көн һайын тиерлек осрашып, һөйләшеп йөрөйбөҙ. Шәйҙә инәй беҙҙе аңланы, тыйманы.

Бер көн шулай тура килтереп, Йәмиләнән ауырыуының сәбәбен һораным. Ул йәшермәне, бөтәһен дә нисек булһа, шулай һөйләп бирҙе.

Өфөлә уҡып йөрөгәндә Борис исемле урыҫ егете менән дуҫлашҡан, һуңғы курста өйләнешергә булғандар. Билдәле инде, өйләнешерҙән алда ата-әсәнең ризалығын алалар. Йәмиләнең әсәһе, дин ҡағиҙәләре менән йәшәгән Мәйсәрә инәй, берҙән-бер ҡыҙының урыҫ егетен эйәртеп ҡайтыуын ауыр кисергән. Кейәүгә сығырға ризалыҡ биреү түгел, Ҡөрьән тотоп, ҡыҙын ҡарғаған.

– Шунда уҡ быуындарым йомшарып, аяҡтарым тотмай башланы, тип һөйләне Йәмилә. Өс-дүрт аҙнанан ныҡлап сирләп киттем. Бористы ярата инем, ләкин ул, мин сирләгәс, яныма килеүҙән туҡтаны. Мин уны аңланым. Үҙемде үҙем күрә алмай башланым. Донъя менән хушлашайым да ҡуяйыммы икән әллә, тигән уйҙар ҙа йөрөнө башымда. Әсәйемде йәлләп, тыйыла килдем. Ғәфү үтенеп, илай-илай әсәйемә хаттар яҙҙым, тик һаулығым ғына кире ҡайтманы. Минең ҡайғынан әсәйем дә түшәккә ятты. Шул ятыуынан тора алманы. Хәлем насарайғандан-насарая барҙы. Тәүҙә быуындарым тотманы, аҙаҡ һөйләшеүҙән яҙҙым. Дауахананан дауаханаға йөрөп, ике йыл ваҡыт үтте. Осраҡлы ғына ишетеп, Шәйҙә инәйгә килмәһәм, белмәйем, яҙмышым ни менән тамамланыр ине.

Йәмилә көҙ еткәнсе Бикташта йәшәне. Шәйҙә инәй уны төрлө шифалы үләндәр менән эш итергә өйрәтте. Оҙатҡанда: «Йышыраҡ эҫе мунса ин, үлән ҡатнаштырып миндек менән сабын, саф һауала йөрө», – тип кәңәштәр бирҙе.

Беҙ Йәмилә менән йылы хушлаштыҡ. Ул уҡыуын тамамлағас, Бикташҡа килергә һүҙ биреп киткәйне. Тик килә алманы. Бер аҙҙан Йәмиләнең үлеүе тураһында хәбәр алдыҡ.

– Ҡарғыш, бигерәк тә әсә ҡарғышы ебәрмәй шул, бәлки, Йәмиләне бында ҡалдырырға кәрәк булғандыр. – тип ауыр үкенеү белдерҙе Шәйҙә инәй.

Оҙаҡламай мин дә Бикташты ҡалдырып киттем...

Түләк ҒИРФАНОВ.

СЫҒАНАҠ: "еЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ" ГӘЗИТЕ САЙТЫ

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: