Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

СЫҒАМ ӘЛЕ СӘХРӘЛӘРГӘ...

Ярһынып тора йөрәгем,Нисек кенә тыйырға?

СЫҒАМ ӘЛЕ СӘХРӘЛӘРГӘ...
СЫҒАМ ӘЛЕ СӘХРӘЛӘРГӘ...

Сығам әле сәхрәләргә
Ер еләге йыйырға!

Боҙорға был хозурлыҡты
Нисек итеп ҡыйырға?
Мөмкин микән гүзәллеккә
Һоҡланыуҙан туйырға?

…Һоҡланып туйырлыҡ түгел
Еремдең мәрхәмәте,
Ер еләге булып бешкән
Ҡояштың мөхәббәте.

Эй, мөхәббәт! Тар түгелме
Йөрәгемә һыйырға?
Бушат әле әҙгә генә
Әйләнеп матур йырға!

Фирүзә Абдуллина шиғыры.
 
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: