ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Октябрь 2018, 12:27

«Көнгәк» - яҡшылыҡ, рухи байлыҡ өләшеүсе»

Бөгөн тормошто киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына килтереп булмай.

Интернет, яңы технологиялар үҫешкән заманда йәшәүгә ҡарамаҫтан, кешеләр барыбер ташҡа баҫылған һүҙгә мохтаж. Электрон селтәр мәғлүмәт онотола, ә гәзит һүҙе уйландырып ҡына ҡалмай, аҡылға үтеп инә, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, фекер тупларға ярҙам итә.
Был мәсьәлә беҙҙең коллективта һәр саҡ ыңғай хәл ителә. Киләсәк быуынға белем һәм тәрбиә биргән уҡыу йортонда эшләгән һәр кеше республика һәм урындағы баҫмаларға әүҙем яҙыла. Мин үҙем матбуғат уҡытыусының иң тоғро ярҙамсылары булырға тейеш тигән фекерҙе яҡлайым. Тап гәзит битендә баҫылған һүҙ генә тормош хәҡиҡәтен аса, беҙҙе ысынбарлыҡ менән бәйләй. Йәштәрҙе тәрбиәләүҙә гәзит-журналдарҙың роле бик ҙур. Йәшбыуынды ҡыҙыҡтырған тормоштоң кире күренештәре йоғонтоһонан һаҡлап ҡалыу, дөрөҫ йүнәлеш биреү кеүек мөһим бурыстарҙы атҡарғанда уҡытыусыларға, тәү сиратта, тап матбуғат баҫмалары ярҙамға килә.
Милли баҫмабыҙ «Көнгәк» - яҡшылыҡ, рухи байлыҡ өләшеүсе. Гәзит биттәрендә милләттең хәле, уны борсоуға һалған күренештәр, халҡыбыҙ тарихын, йәшәйешен яҡтыртҡан мәҡәләләр баҫыла. Урындағы баҫма мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, дөрөҫ йүнәлеш тә бирә. Йәмғиәтебеҙҙең белемле булыуы ғына аҙ, уның әхлаҡи-тәрбиә яғынан да юғары кимәлгә күтәрелеүе мөһим икәнлеген иҫтә тотоп, милли баҫманан айырылмаһаҡ ине.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: