ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Октябрь 2018, 13:20

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ

Бала сағымды иҫкә алғанда, тәү сиратта өйөм-өйөм булып ятҡан гәзит-журналдар күҙ алдына баҫа. Атай-әсәйҙең ҡыштырлатып гәзит уҡып ултырғаны, уҡығандарын беҙгә еткереүе, йә киреһенсә, беҙ уҡығанды һөйләтеүҙәре бала сағымдың яҡты хәтирәһе булып иҫтә ҡалған.

Бала сағымды иҫкә алғанда, тәү сиратта өйөм-өйөм булып ятҡан гәзит-журналдар күҙ алдына баҫа. Атай-әсәйҙең ҡыштырлатып гәзит уҡып ултырғаны, уҡығандарын беҙгә еткереүе, йә киреһенсә, беҙ уҡығанды һөйләтеүҙәре бала сағымдың яҡты хәтирәһе булып иҫтә ҡалған. Гәзит-журналға һөйөү тап үҙем үҫкән ғаиләлә һалынды. Әле лә тормошомдо матбуғаттан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Телевизорһыҙ йәшәй алам, ә бына гәзит-журнал уҡымаһам, нимәлер етмәгән, үҙемде донъянан артта ҡалған кеүек хис итә башлайым. Экрандағы мәғәнәһеҙ ток-шоуҙарҙы ҡарап ваҡыт уҙғарғансы, гәзит-журналдарҙа баҫылған фәһемле мәҡәләләр уҡыуҙы өҫтөн күрәм.
Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан барлыҡ баҫмаларға ла яҙылырға тырышам. Шуларҙың араһында «Көнгәк» тә бар. Гәзит биттәрендә баҫылған нәҡ үҙебеҙ йәшәгән ерҙәге яңылыҡтар, тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр уйландырып ҡына ҡалмай, әйләнә-тирәңә, хатта үҙ ҡылыҡтарыңа ла иғтибарлыраҡ булырға өндәй.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: