Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Ноябрь 2018, 13:37

Киләсәк - йәштәр ҡулында

Гәзитебеҙҙең 82-се һанында “Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек!” конкурсына йомғаҡ яһалғайны. Унда 4-се мәктәп уҡыусыһы Азалия Ҡалдарова еңеүсе тип билдәләнде һәм ул 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына квитанция менән бүләкләнде.

Азалия - башҡорт телен яҡшы белгән уҡыусыларҙың береһе. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында 3-сө урын алған, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның яратҡан шµғµлµ - сигеү, семәрләү, спорт. Әсәһенең дә ҙур терәге, ярҙамсыһы.
Тырыш, уңған ҡыҙ апаһы юлынан китмәксе, уның кеүек Өфө дәүләт нефть-техник университетына барырға теләй. Ғөмүмән, яҡты өмөт-ниәттәр менән йәшәй ҡыҙ: белем алырға, унан һуң эш табырға, артабан өйлө булырға, балалар тәрбиәләргә, халҡың өсөн файҙалы булырға.
Иң мөһиме, йәштәрҙең район-ҡалабыҙҙың көнүҙәк мәсьәләне күрә, тоя белеүе, уларҙы хәл итеү юлдарын табырға тырышыуы маҡтауға лайыҡ.
Йәштәр бөгөндән проблемаларҙы күреп, тос фекер йөрөтә икән, тимәк, беҙҙең киләсәк - ышаныслы ҡулдарҙа.
Читайте нас: