ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Ноябрь 2018, 13:41

"Көнгәҡ"те алдырығыҙ, уҡығыҙ!

70 йәшкә аяҡ баҫҡан Фәнил Хәлил улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан йортондағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттән, эшенән тыш спорт менән дә шөғөлләнергә өлгөрә.

Фәнил ағай Аҡбирҙин бер ҙә тик ултырмай. Ошо көндәрҙә редакцияға йүгереп кенә инде лә район гәзитенә яҙылып китте. Әңгәмәләшкәндә кәңәштәре менән дә уртаҡлашып өлгөрҙө.
70 йәшкә аяҡ баҫҡан Фәнил Хәлил улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан йортондағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттән, эшенән тыш спорт менән дә шөғөлләнергә өлгөрә. Саңғы ярыштарында призлы урындар ҙа ала. Яҙлы-йәйле шифалы үләндәр йыя, уларҙы кешеләрҙе дауалағанда ҡуллана. Дин юлында булғас, намаҙын ҡалдырмай.
- Районыбыҙ һәм ҡалабыҙҙа халҡыбыҙ, туған телебеҙ тип янып йөрөүселәр әҙ түгел. Һәр башҡорт ғаиләһе «Көнгәк» гәзитен алдырһын ине. Рухилыҡ, илһөйәрлек тап ошо милли баҫмалар алдырыуҙан башлана ла инде, - ти Фәнил ағай.
Читайте нас: