ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Ноябрь 2018, 16:39

Велосипед кәрәкме - "Көнгәҡ"кә яҙыл

Йөрәктән сығып йөрәккә етһен, йәғни бүләктәр һеҙгә насип булһын

Йыл аҙағында, йоланан ситләшмәй, беҙ тағы ла бүләктәр уйнатабыҙ.
2002 йылдан рухи аҙыҡ бүләк иткән “Көнгәк” гәзите менән уҡыусылары араһында ныҡлы бәйләнеш барлыҡҡа килде һәм дауам итә. Ошо йылдарҙа милли телдә ижад ителгән баҫма үҙенә күрә бай ғына тарих туплауға иреште. Хәбәрселәребеҙ район-ҡалала уҙған сара, тантана, йолауи байрамдар уртаһында ҡайнай.
Төйәгебеҙ эшһөйәр халҡы менән танылыу яуланы - ауыл хужалығы, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙәге хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы хеҙмәте менән район данын күтәрә. Гәзит бите аша ошондай яҡташтарыбыҙ тураһында бәйән итеүҙе бурысыбыҙ тип һанайбыҙ.
Редакция хеҙмәткәрҙәре.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 93-сө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: