Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Ноябрь 2018, 18:57

Дуҫтарыбыҙ тоғро ҡалыр

15 декабргә тиклем яҙылғандар Супер призға - юғары тиҙлекле велосипедҡа - дәғүә итә ала.

Хөрмәтле яҡташтар!
Билдәле булыуынса, киләһе йылға гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ҡыҙған осоро.
“Көнгәк”те сығарыуҙа һәр ваҡытта ла гәзит уҡыусыларыбыҙ ярҙамына таянабыҙ, уның йөкмәткеһен байытыуҙа, матурлауҙа тәҡдимдәрен иғтибарға алабыҙ.
Алдағы көндәрҙә лә дуҫтарыбыҙ беҙгә тоғро ҡалыр, тип ышанабыҙ. Үҙ сиратында гәзит уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында төрлө конкурстар, акциялар үткәрергә тырышабыҙ.
Аҙна приздары, иң оло гәзит уҡыусыһына, коллектив йәки ғаилә менән килеп яҙылыусыларға бүләк биреү ойошторҙоҡ.
Йылдағыса Яңы йыл лотереяһы ла уйнатыласаҡ. Быйыл приздар бик матур. Отошта ҡатнашыу өсөн 2019 йылға кәмендә 6 айға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға килтерергә йәки почта (Интернет) аша ебәрергә кәрәк.
15 декабргә тиклем яҙылғандар Супер призға - юғары тиҙлекле велосипедҡа - дәғүә итә ала.
Хөрмәтле яҡташтар, гәзиткә яҙылыу кампанияһы тамамланыуға күп ҡалманы. Шуға күрә ашығығыҙ, һуңғы көнгә ҡалдырмағыҙ. Бөгөн почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы - 962 һум 10 тин. Корпунктҡа яҙылғанда - 600 һум.
Ил буйынса бөтә әйбергә, энергияға, тарифтарға хаҡ артҡанда ваҡытлы баҫмалар ситтә ҡала алмай. Һеҙҙең аңлауығыҙға, ҡабул итеүегеҙгә ышанабыҙ. Бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!
“Көнгәк” гәзите хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: