ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Ғинуар 2019, 12:54

Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы

Яңы йыл лотереяһында ҡатнашҡан гәзит уҡыусыларыбыҙ бүләктәрен килеп ала башланы. Уларҙың ҡыуанғандарын күреү оло кинәнес беҙгә!

Яңы йыл лотереяһында ҡатнашҡан гәзит уҡыусыларыбыҙ бүләктәрен килеп ала башланы. Уларҙың ҡыуанғандарын күреү оло кинәнес беҙгә! Бәләкәй генә әйберҙәрҙе лә шатланып ала белеүҙәре һөйөндөрә. Приз алырға береһе лә буш килмәй бит әле. Байрамға әҙерләгән сәк-сәктәренән, ҡоймағынан беҙгә ауыҙ иттерергә теләйҙәр. Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, киң күңеллеге, йомартлығының бер сағылышы ул. Бына, мәҫәлән, Смаҡтан тоғро дуҫыбыҙ Алмира Фәйзуллина байрам бәлеше бешереп алып килгән. Тәмлелеге! Ауыҙҙа иреп тора! Рецебы кәрәк булһа, һорағыҙ!
Читайте нас: