ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Март 2019, 14:24

Бүләкле байрам тәҡдим итәбеҙ

Нау­рыз байрамы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, 21 марттта билдәләнә.Ҡала һәм районда ул йыл да уҙғарыла. Матур, дәртле сарала һәр милләт үҙ мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтә, рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел аса. Мәҙәниәт йорттарында, ауыл клубтарында төрлө саралар үткәрелә. Ә беҙ тап ошо күркәм көн айҡанлы, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә бүләк әҙерләнек. “Көнгәк” гәзите редакцияһы 22 мартта көн дауамында 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына корпункт аша гәзиткә яҙылыусыларға хаҡты тап яртылай ҡалдыра, йәғни, 600 һум түгел, ә теп-теүәл 300 һум! Шәп бит! Килегеҙ!

Нау­рыз байрамы яҙын көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, 21 мартта, билдәләнә. Ҡала һәм районда ул йыл да уҙғарыла. Матур һәм бик дәртле сарала һәр милләт үҙ мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтә, рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел аса. Мәҙәниәт йорттарында, ауыл клубтарында төрлө саралар үткәрелә.
Иран ҡояш календары буйынса тап Наурыз байрамы йылдың беренсе көнө тип иҫәпләнә. Ысынлап та, тап ошо ваҡытта тәбиғәт ҡышҡы һалҡындарҙан арынып, уяна башлай, ағастар бөрөләнә, ҡоштар ҡайта. Шуға ла был көндө Яңы йылдағыса бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыу­лыҡта ҡаршылау зарур.
Ә беҙ тап ошо күркәм көн айҡанлы, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә бүләк әҙерләргә булдыҡ.“Көнгәк” гәзите редакцияһы 22 мартта көн дауамында 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына корпункт аша гәзиткә яҙылыусыларға хаҡты тап яртылай ҡалдыра, йәғни, 600 һум түгел, ә теп-теүәл 300 һум! Шәп бит! Килегеҙ!
“Көнгәк” гәзите редакцияһы.
Читайте нас: