Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Сентябрь 2019, 17:06

Бүләктәр артабан да буласаҡ!

“Көнгәк”кә яҙылып, милли биҙәүесте кем алды, тип уйлайһығыҙ?

“Көнгәк”кә яҙылып, милли биҙәүесте кем алды, тип уйлайһығыҙ?
Ҡала көнөндә 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына “Көнгәк” гәзитенә яҙылғандар араһында ғына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе уйнатылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Был сара һуңғы йылдарҙа стилләштерелгән милли биҙәүестәргә, кейемдәргә иғтибар артыуын тағы бер тапҡыр күрһәтте. Ундан ашыу кеше, әйтергә кәрәк уларҙың бөтәһе лә гүзәл заттар ине, гәзитебеҙгә яҙылып, Сәлимә Ҡолмөхәмәтова эшләгән бүләкте алырға теләк белдерҙе. Һөҙөмтәлә төп призға баҫмабыҙҙың даими авторы Хәлиҙә Шәйәхмәтова лайыҡ булды.
Гәзиткә яҙылыусылар араһында артабан да матур-матур бүләктәр уйнатыласаҡ. Бәхетегеҙҙе һеҙ ҙә һынап ҡарағыҙ. “Көнгәк” гәзитендәге иғландарҙы ҡарап барығыҙ һәм гәзиткә яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға килтерегеҙ.
Бынан тыш, яҡынығыҙҙың тыуған көнөнә, юбилейына йәки башҡа иҫтәлекле дата айҡанлы гәзиткә подписка бүләк итергә теләгәндәргә сертификат әҙерләнек.
Читайте нас: