Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Ғинуар 2020, 17:20
Уңыш бер йылмайһа, йылмая икән
“Көнгәк”те хатта ҡыҙығып уҡыйбыҙ
Ошо көндәрҙә тиражыбыҙ тағы бер данаға артты. Редакция янынан уҙып барған Фәнил Иҫәнбаев атлы ир-егет күптәнге хыялын тормошҡа ашыра – инеп баҫмаға яҙыла.
-Туғандарға, дуҫтарға барғанда “Көнгәк”те хатта ҡыҙығып уҡыйбыҙ, әллә ни эшләп бығаса үҙебеҙгә алдырмай йөрөнөк. Бына хәҙер ҡатыным менән бер йыл буйы рәхәтләнеп район яңылыҡтарын күҙәтербеҙ, яҡташтарыбыҙ хаҡында мәҡәләләргә ҡыуанырбыҙ, тип өмөтләнәм. Тарихи материалдар оҡшай, - ти Фәнил Дәүләтбай улы.
Әйткәндәй, районыбыҙ үҫешендә уның да өлөшө ҙур. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, төҙөлөш эшендә көс түгә. Ҡатыны Рәшиҙә Өмәтҡол ҡыҙы менән Гөлназ һәм Рөстәм исемле балалар үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра.
Фәнил Иҫәнбаев гәзиткә яҙылып бер ҡыуанһа, баҫмабыҙҙа иғлан ителгән конкурс буйынса йәш йырсы Тимур Рамазановтың концертына билет та отто.
- Көтмәгәндә ике ҡыуаныс бер юлы килде. Уңыш йылмайыуы ошо булалыр инде, - тип һөйөндө яңы гәзит уҡыусыбыҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?