ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Март 2020, 13:55

Төп приз - Сәлимә Носратуллинала

Сәлимә Сәмиғулла ҡыҙы - Иштуған ауыл биләмәһендә иң күп гәзит-журнал алдырғандарҙың береһе. Ул “Көнгәк”тән тыш, “Путь Октября”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “ЗОЖ” алдыра.

“Көнгәк” гәзитен алдырыусылар араһында уйнатҡан бүләктәребеҙҙе таратып бөтөп барабыҙ. Төп призға лайыҡ булған уҡыусыбыҙ Сәлимә Носратуллина Иштуғанда йәшәй. Күп функциялы блендер тап уның бәхетенә эләкте.
-“Көнгәк”те сыға башлағандан алдырам. Гәзит уҡымлы, айырыуса хеҙмәт кешеләре, яҡташтар тураһында мәҡәләләр оҡшай. Быйыл Мәләүез районының 85 йыллығы сиктәрендә был темаға тағы ла ҙурыраҡ урын бирелер, тип уйлайым. Баҫма урындағы шағирҙарҙың ижады менән танышыу майҙансығы булыуы менән дә иғтибарға лайыҡ, - ти өс тиҫтә йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Сәлимә апай.
Сәлимә Сәмиғулла ҡыҙы - Иштуған ауыл биләмәһендә иң күп гәзит-журнал алдырғандарҙың береһе. Ул “Көнгәк”тән тыш, “Путь Октября”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “ЗОЖ” алдыра.
-Бер айлыҡ пенсиям китә, әммә бер ҙә үкенмәйем. Буш ваҡытта ғаилә менән рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Киләсәктә лә уларҙан айырылырға уйламайым. Ваҡытлы матбуғат файҙалы мәғлүмәт кенә түгел, фәһемле кәңәштәр ҙә бирә. Тарихҡа, халҡыбыҙ йолаларына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй, рухты нығыта. Шуға күрә яҡташтарымды барыһын да гәзит-журналдарға һәм, әлбиттә, “Көнгәк”кә яҙылырға саҡырам.
Читайте нас: