ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Июнь 2020, 13:34

Супер призға - дүрт бүләк

Һәр йортҡа - "Көнгәк" гәзите. Яҙылһағыҙ, оторһоғоҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
“Көнгәк” гәзитенең икенсе ярты йыллығына яҙылырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. 30 июнгә тиклем яҙылған һәр уҡыусыбыҙҙы бүләк көтә! Донъя мәшәҡәтенә әүрәп, баҫмаға яҙылмай ҡалмағыҙ!
Суперпризға - дүрт бүләк!
Афарин, ҡәҙерле яҡташтар! “Көнгәк” гәзите үҙенең дуҫтарына дүрт приз әҙерләне: кәзә бәрәсе, тауыҡ себештәре, бер тоҡ он һәм сертификат! Уйында икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылғандарҙың бөтәһе лә ҡатнаша ала. Квитанция күсермәһен редакцияға тапшырырға, Ватсап телефонына 8-9373541494, гәзиттең [email protected] электрон почтаһына ебәрергә генә кәрәк. Отош барышын видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һаласаҡбыҙ, еңеүселәр гәзит битендә баҫыласаҡ! Кем белә, бәлки, был мөмкинлек нәҡ һеҙҙекелер. Кемдәр әле гәзиткә яҙылмаған, ашығығыҙ!
Акцияларҙан ситтә ҡалмағыҙ!
- Социаль селтәрҙә “Мин “Көнгәк”кә яҙылдым!!!” флеш-мобында ҡатнашығыҙ, иң күп тауыш йыйғандарҙы бүләк көтә.
- Гәзитте алдырыусыларға йыл аҙағына тиклем ҡотлау йә иғлан биргәндә 5 һүҙ бушлай.
- Коллективтың 50 проценты яҙылған осраҡта предприятие, ойошма, учреждениеның юбиляр хеҙмәткәрҙәре тураһында бушлай материал.
- Һуғыш һәм тыл ветерандарына яҙҙырған эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге гәзиттә яҡтыртыласаҡ.
- Ата-әсәһенә “Көнгәк” гәзитен яҙҙырғандар, уларҙы тыуған көндәре менән бушлай ҡотлай ала.
- Етәкселәр, билдәле шәхестәр, күренекле яҡташтарыбыҙҙы “Абруйлы шәхестәр “Көнгәк” уҡый” акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Улар гәзит күрһәткән теләгән хеҙмәтте һайлай ала.
- “Почтальондар халыҡ өсөн эшләй” – “Көнгәк” гәзитенә иң күп яҙҙырған хат ташыусылар бүләкләнә.
Читайте нас: