ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Декабрь 2020, 12:57

Тоғро дуҫтарыбыҙ бар саҡта

“Көнгәк” гәзитен яратып уҡыған, һәр һанын көтөп алған Мәрйәм Мадаминова Яңауыл ауылында тыуып үҫкән. 1977 йылда Ҡотлобулат ауылына килен булып төшә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үтә уның.

“Көнгәк” гәзитен яратып уҡыған, һәр һанын көтөп алған Мәрйәм Мадаминова Яңауыл ауылында тыуып үҫкән. 1977 йылда Ҡотлобулат ауылына килен булып төшә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үтә уның. Колхозда һауынсы, мәктәптә йыйыштырыусы булып та эшләгән. Тормош иптәше менән дүрт ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп, тормош юлына баҫтырған. Бөгөн уны һөйөндөргән ике ейәне һәм бер ейәнсәре бар. Уңған хужабикә йыл да ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ үҫтерә, баҡсаһында емеш-еләге лә мул уңыш бирә. “Ҡасан барып инһәң дә, һәр саҡ сәйе ҡайнап тора, кешелекле, игелекле апай, пенсия бәләкәйлегенә һылтанмай, гәзиткә яҙыла”, - ти почтальон Лилиә Тәүхитова.
Бына шулай “Көнгәк”те алдырған һәр уҡыусыбыҙҙы беҙҙең белге килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, район матбуғатының, туған телдә сыҡҡан гәзиттең яҙмышы һинән тора, ҡәҙерле уҡыусыбыҙ. Милләт өсөн борсолоп, “Көнгәк”те алдырып уҡыуың үҙ телеңде хөрмәт итеүеңде, милләтеңде яратыуыңды күрһәтә. Әгәр яҙылғанһың икән, афарин! Хәҙер инде күрше-күләнде, дуҫ-иштәрҙе, туғандарҙы өгөтлә. Шулай бергәләп эшләгәндә генә беҙ район баҫмаһын оҙон ғүмерле итербеҙ.
Лилиә Тәүхитова фотоһы.
Читайте нас: