Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Декабрь 2020, 17:42

Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк!?

Фирҙәүес Ғабдрахманова тормошон гәзитһеҙ күҙ алдына ла килтермәй...

Бөгөн күптәр элекке кеүек ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдырмай. Бының, әлбиттә, үҙ сәбәптәре бар. Рухи ҡиммәттәр онотолоп, матди байлыҡҡа өҫтөнлөк бирелгән заманда йәшәйбеҙ. Ә шулай ҙа, рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмағандар, үҙ асылына тоғро ҡалғандар ҙа юҡ түгел әле беҙҙең арала. Баҫма үҙе үк зауыҡлылар, уйлылар һәм тормошҡа битараф булмағандар өсөн бит ул. Ундайҙарҙың аҡылы төплө, фекере тос, зиһене аcыҡ була, гәзит-журнал уҡығандар башҡаларҙан айырылып тора, улар менән аралашыу ҙа ҡыҙыҡ.
Ҡотош ауылында йәшәгән Фирҙәүес Ғабдрахманова ла- тап шундай кешеләрҙең береһе. Ул тормошон гәзитһеҙ күҙ алдына ла килтермәй.
- Башта «Путь Октября»ға яҙыла торғайныҡ, үҙ телебеҙҙә баҫылған «Көнгәк»те сыға башлағандан бирле алдырабыҙ. Бер ҙә яҙылмай ҡалғаным юҡ, ти, - Фирҙәүес инәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул баҫмала сыҡҡан мәҡәләләрҙең береһен ҡалдырмай уҡып бара икән.
Балаларының иркен, матур йортонда, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәгән ағинәй барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы «Көнгәк»кә яҙылырға өндәй. «Гәзит уҡымай нисек йәшәмәк кәрәк?»- инәй беҙҙе ошо һүҙҙәр менән оҙатып ҡалды. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ, уның был һорауын беҙ һеҙгә йүнәлтәбеҙ һәм «Көнгәк»кә яҙылырға саҡырабыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: