Конгэк
-9 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Декабрь 2020, 11:00
Изге хәбәрҙәргә бай булһын, Көнгәк!
Һарыш ауылында йәшәүсе Роза Саҙретдинова - сыға башлағандан алып гәзитебеҙҙе алдырып уҡыған уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Педагогия хеҙмәте ветераны быйыл да был матур ғәҙәтенә тоғро ҡалды.
Һарыш ауылында йәшәүсе Роза Саҙретдинова - сыға башлағандан алып гәзитебеҙҙе алдырып уҡыған уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Педагогия хеҙмәте ветераны быйыл да был матур ғәҙәтенә тоғро ҡалды.
- Ошо башҡортса гәзит сыҡһын тип күпме тырыштыҡ бит инде заманында. Яҡташтарыбыҙ үҙ телендә уҡыһын, үҙ телендә ижад иткәндәр өсөн майҙан булһын, тип өмөтләндек. Һәр баҫманың йөҙөн, иң беренсе, уның тиражы билдәләй. Ә тираж, үҙ сиратында, беҙҙең милләттең уҡымышлылығын, берҙәмлеген, әүҙемлеген күрһәтә. Мин дә яҙылмай ҡалһам, ҡасандыр тормошомдо биләп алған принциптарыма, бергә йөрөгән фекерҙәштәремә, дуҫтарыма, ышаныс-инаныстарыма хыянат иткән һымаҡ тоям. Шуға ла, ниндәй генә хәл-ваҡиға булһа ла, “Көнгәк”кә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Яҡташтарыма ла гәзиткә яҙылыу барышында әүҙемерәк булыуын теләйем. Үҙегеҙ яҙылған булһағыҙ, туғандарығыҙға, әсәй-атайығыҙға бүләк итегеҙ. Әлеге арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеген файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ. Өйгә гәзит килһә, ҡунаҡ килгән кеүек яҡтырып китә бит ул. Изге хәбәрҙәре, күңелле тормош ваҡиғалары менән генә ҡыуандырып торһон “Көнгәк”! Минең һеҙгә теләгем шул.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит