ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Февраль 2021, 18:36

Остаз да, аҡыллы кәңәшсе лә

Танылған журналист Кинйәбаев Юнир Сәмиғулла улын 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙар ҡабул итә.

Хөрмәтле Кинйәбаев Юнир Сәмиғулла улын 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уның кеүек яҡты, изге кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер һәм, ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, кешеләргә йөрәк йылыһын өләшә.
Хөрмәтле Юнир Сәмиғулла улы, киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, бәхет-шатлыҡта, һаулыҡ-сәләмәтлектә йәшәүегеҙҙе, ғаилә именлеге, башлаған эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Сабыр ҙа Һеҙ, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшегеҙ - тик изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен көндәрегеҙ,
Бәхетегеҙ булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән “Көнгәк” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Һөйөклө ирем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Кинйәбаев Юнир Сәмиғулла улын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙ, һәр көнөң изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, кәңәшсе, тоғро ярҙамсы, беҙгә өлгө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде, сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә теләйбеҙ.
Ошо йәмле байрамыңда тағы бер тапҡыр сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙ һине ысын йөрәктән яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ!
Етмеш йәш ул ҡартлыҡ түгел әле,
Ғүмер үтте тиеп уйлама.
Ҡатының, балаларың янда,
Бәхетле атай һин донъяла.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, ейәнсәрең һәм туғандарың.
Читайте нас: