Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Июль 2021, 11:55

«Көнгәк»тең дуҫтары күп

Гәзитебеҙҙе яратып уҡыған тоғро дуҫтарыбыҙ байтаҡ беҙҙең. Яҡташыбыҙ Клара Ғәфүрова ла шулар иҫәбендә.

Гәзитебеҙҙе яратып уҡыған тоғро дуҫтарыбыҙ байтаҡ беҙҙең. Яҡташыбыҙ Клара Ғәфүрова ла шулар иҫәбендә. Редакциябыҙға килеп киләһе ярты йыллыҡҡа «Көнгәк»кә яҙылған апай икенсе көндә үҙенең оло йәштәге күршеһен дә яҙҙырып китте. Гәзит битендә элек бергә эшләгән хеҙмәттәше хаҡында яҙылған мәҡәләне күреп, уның үҙен күргәндәй ҡыуанған.
- Гәзитте башынан аҙағынаса уҡып сығам. Башҡорт телендә сыҡҡан баҫма ныҡ оҡшай. Яҡташтарҙың ижады, мәғәнәле, уҡымлы шиғырҙары, хикәйәләре күңелгә ятышлы, - ти Клара Бибулат ҡыҙы. Ул киләсәктә лә «Көнгәк» менән бергә булырға һүҙ бирҙе.
Ә һеҙ беҙҙең районда башҡорт телендә сыҡҡан берҙән- бер баҫмаға яҙылдығыҙмы, милләттәштәр?
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: