Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ғинуар 2022, 17:16

Юбилейлы йылын асты "Көнгәк"

Теүәл 20 йыл элек 1 ғинуарҙа район-ҡала халҡы өр-яңы баҫманың беренсе һанын ҡулына алып һөйөндө. Ике тиҫтә йыл дауамында ул үҙенең уҡыусыларына тыуған еребеҙҙең данлы йолалары, намыҫлы хеҙмәткәрҙәре, арҙаҡлы шәхестәре, өлгөлө ғаиләләре, өмөтлө йәштәре, дөйөм райондың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре, сетерекле мәсьәләләре хаҡында һөйләй.

Юбилейлы йылын асты "Көнгәк"
Юбилейлы йылын асты "Көнгәк"

Теүәл 20 йыл элек 1 ғинуарҙа район-ҡала халҡы өр-яңы баҫманың беренсе һанын ҡулына алып һөйөндө. Ике тиҫтә йыл дауамында ул үҙенең уҡыусыларына тыуған еребеҙҙең данлы йолалары, намыҫлы хеҙмәткәрҙәре, арҙаҡлы шәхестәре, өлгөлө ғаиләләре, өмөтлө йәштәре, дөйөм райондың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре, сетерекле мәсьәләләре хаҡында һөйләй.

 

20 йыл аҙ ҙа, күп тә түгел һымаҡ. Әммә ошо арауыҡта гәзитебеҙ төрлө үҙгәреш кисерҙе, яңырҙы, камиллашты, күркәмләнде. Уның үҫешендә йөҙләгән хеҙмәткәрҙең көсө һалынған. Тәүге көнөнән баҫманы Сәйфулла Әмиров етәкләне. Яңы коллектив туплап, юл ярып ебәреүе анһат түгел, әлбиттә. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы, алдынғы ҡарашлы етәксе “Көнгәк” гәзите тормошонда яҡты эҙ, йылы хәтирәләр ҡалдыра. “Сабый” ғына баҫманы күтәрешеүҙә ҙур өлөш индергән, оҙаҡ йылдар тырышып эшләгән фи­ҙаҡәр хеҙмәткәрҙәр Сәкинә Кинйәбаева, Миңлегөл Ҡамбулатова, Айзирәк Ишбулатова оло ихтирамға лайыҡ. Шулай уҡ байтаҡ ваҡыт эшләп киткән Зөлфиә Алтыншина, Зөлхизә Әбдрәжәпова, Рәфилә Сибәғәтуллина, Зөбәржәт Моталлапова, Миләүшә Бәшироваларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Сираттағы баш мөхәррир вазифаһын башҡарған Айзирәк Иш­булатова, Фәниә Бикмөхәмәтова гәзиткә яңы һулыш, үҙгәреш индерҙе.

Әле лә “Көнгәк”тә тырыш журналистар эште дауам итә. Яуаплы секретарь Лилиә Арыҫланова, сәйәсәт бүлеге мөдире Лена Хәйруллина, социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире Лена Абдрахманова, ауыл хужалығы бүлеге хәбәрсеһе Әҡлимә Имамова, баҫманы йыйыусы, биҙәүсе Мәрхәбә Ғәйнетдинова үҙ бурысына етди ҡарай. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, бөгөн матбуғат хеҙмәткәрҙәре алдына бихисап мәсьәлә ҡуйылған. Хәбәрсе гәзит битен ҡыҙыҡлы, фәһемле мәҡәләләр менән тултырыуҙан тыш, сайтты яңылыҡтар менән даими тулыландырырға, социаль селтәрҙәрҙәге махсус төркөмдәргә уҡыусыларҙы йәлеп итергә, тиражды арттырыу өҫтөндә тир түгергә, реклама биреүселәр менән эшләргә, спонсорҙар эҙләргә бурыслы. Ошо эштәрҙе уңышлы атҡарған, гәзит менән бергә ҡайнап йәшәгән коллективыма ихлас рәхмәтлемен.

Ваҡытлы матбуғат бөгөн еңел булмаған осор кисерә: көнкүрешебҙгә үтеп ингән интернет мәғлүмәт сығанағына әүерелде, гәзиткә яҙылыу хаҡы артыу өҫтөндә, электрон баҫмалар күбәйҙе, һуңғы йылдарҙа пандемияның таралыуы ла күңелде ҡыра. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ алға атлайбыҙ. “Көнгәк” гәзитен алдырып уҡыған һәр уҡыусыбыҙ менән бәйләнеште өҙмәй, уларҙың өмөтөн аҡларға, күңелен күрер­гә, ҡуйған маҡсатыбыҙҙы бойомға ашырырға тырышабыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың йылы һүҙҙәре, ыңғай баһаһы, изге теләге беҙгә көс, дәрт өҫтәй. Кем әйтмешләй, маҡтағанды кем яратмаҫ... “Көнгәк” гәзитендә бығаса исеме ташҡа баҫылмаған яңы геройҙарҙың тормошон, эшҡыуар­ҙарҙың эшмәкәрлеген яратып уҡығандар күп. Быйыл беҙ яңы рубрикалар асырға ниәтләйбеҙ. Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарынан килгән тәҡдимдәрҙе лә хуп­лап ҡабул итәсәкбеҙ. 

Рәсәй матбуғаты көнө һәм “Көнгәк” гәзитенең 20 йыллыҡ юбилейы айҡанлы киң мәғлүмәт саралары ветерандарын, хаҡлы ялдағыларҙы, бөгөн ең һыҙғанып эшләгән журналистарҙы һәм уҡыусыларыбыҙҙы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта сетерекле һәм яуаплы эштә ижад ҡомары һүнмәһен,  уҡыусылар менән йылы мөнәсәбәт һүрелмәһен, һау-сәләмәт булып, эшегеҙҙән дәрт һәм илһам алып артабан уңышлы, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем, ҡәләмегеҙ осло, фекерегеҙ тос, һүҙегеҙ үткер булһын!

 

 Ихтирам менән “Көнгәк” гәзитенең баш мөхәррире Әлиә ӘМИРОВА.

 

Юбилейлы йылын асты "Көнгәк"
Юбилейлы йылын асты "Көнгәк"
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: