Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Март 2022, 16:34

Эшен яратҡандар уңышҡа өлгәшә

“Бигерәк уңған, етеҙ, алсаҡ”, ти Боһорман менән Ҡотлобулат ауылдары халҡы почтальондары Лилиә Тәүхитова тураһында.

Эшен яратҡандар уңышҡа өлгәшә
Эшен яратҡандар уңышҡа өлгәшә

“Бигерәк уңған, етеҙ, алсаҡ”, ти Боһорман менән Ҡотлобулат ауылдары халҡы почтальондары Лилиә Тәүхитова тураһында. Оло йәштәге инәйҙәр хәйерле юл теләп, доғаһын ҡыла, йәйәү арып йөрөй тип, сәйен эсермәй сығармай. Үҙебеҙҙең халыҡҡа ғына хас ошондай кешелеклек, эскерһеҙлек, ихласлыҡ сифаттары ғорурлыҡ, һоҡланыу тойғолары уята.
Лилиә Халиҡ ҡыҙы гәзит-журналдарға күпләп яҙҙырған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Уның биләмәһенә ингән ауылдарҙың әүҙемлеге уның һөнәрилегенә, эшенә яуаплы ҡарауына бәйле.
87 йәшлек Ғәлиә Сабирйәнова киләһе ярты йыллыҡа “Көнгәк” гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы. Иң өлкән уҡыусыбыҙ Әминә Абдуллинаға 90 йәш. Вәсилә Вахитова, Мөнирә Кинйәбаева, Лузә Зарипова, Мәрйәм Мәдәминовалар – баҫманы бер тотам ҡалдырмай алдырып уҡыған кешеләр. Йылы һүҙ менән ҡаршы алып, изге теләктәр менән оҙатып ҡалған инәй, апайҙарға рәхмәтлемен, - ти Лилиә Тәүхитова.
Ошондай тырыш хат ташыусыларыбыҙ барҙа гәзитебеҙгә яҙылыусылар, уны яратып уҡыусылар тағы ла артыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Эшен яратҡандар уңышҡа өлгәшә
Эшен яратҡандар уңышҡа өлгәшә
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: