Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Март 2022, 16:21

Һәр саҡ мөләйем, алсаҡ, ихлас ул

Әбет менән Эткөсөк ауылдарын Гөлфирә Ҡолмөхәмәтова аҙнаһына өс тапҡыр урап, 100-гә яҡын адресты хеҙмәтләндерә. 

Һәр саҡ мөләйем, алсаҡ, ихлас ул
Һәр саҡ мөләйем, алсаҡ, ихлас ул

Әбет менән Эткөсөк ауылдары халҡын ваҡытлы матбуғат менән Гөлфирә Ҡолмөхәмәтова тәьмин итә. Ошо ике ауылды ул аҙнаһына өс тапҡыр урап, 100-гә яҡын адресты хеҙмәтләндерә. Шишәмбе, шәмбе көндәрендә республика, Рәсәй гәзит-журналдарын таратһа, кесе йомала беҙҙең районканы уҡыусыһына еткерә. “Көнгәк” гәзитен әлеге көндә 16 кеше уҡый. Шулар араһында иң йәше быйыл быҙау отҡан Миләүшә Бикҡужина булһа, иң өлкәне – Эткөсөк ауылынан 85 йәшлек Хантимер Комиссаров. Күпләп төрлө баҫмаға яҙылғандар ҙа бар. Был юҫыҡта Миңзәлә Сангишеваға етеүсе юҡ. Ул күп уҡырға ла, тарихи материалдар яҙырға ла әүәҫ.
Эшемдән ҡәнәғәтмен, кешеләр менән күп аралашам, - ти Гөлфирә Фәнил ҡыҙы. – “Көнгәк” гәзитенең аҙнаһына бер сығыуын хуплап ҡабул итмәһәләр ҙә, өйрәнгән, көтөп алған, оҙаҡ йылдар уҡыған баҫмаға яҙылмай ҡалмайҙар. Тормоштан алынған күренештәрҙе, хикәйәләрҙе яратып уҡыйҙар.
Гөлфирә Ҡолмөхәмәтованы урындағы халыҡ ихтирам итә. Ул һәр саҡ мөләйем, ябай, ихлас, эшен еренә еткереп башҡара.

Һәр саҡ мөләйем, алсаҡ, ихлас ул
Һәр саҡ мөләйем, алсаҡ, ихлас ул
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: