Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Март 2022, 14:39

90 йыл дауамында уңышлы юл

«Путь Октября» гәзитенең беренсе һаны 1932 йылдың мартында донъя күрә, ул саҡта баҫма “За урожай” тип атала.

90 йыл дауамында уңышлы юл
90 йыл дауамында уңышлы юл

«Путь Октября» гәзитенең беренсе һаны 1932 йылдың 13 мартында донъя күрә, ул саҡта баҫма “За урожай” тип атала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында гәзит эшселәрҙең, колхозсыларҙың, Мәләүез ауылы һәм Мәләүез районында йәшәүселәрҙең героик хеҙмәтен сағылды­ра һәм фронт өсөн баһалап бөткөһөҙ ярҙам әҙерләүҙе ойоштора.

“Районка” һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла баҫыла. 1956 йылдан “За урожай” аҙнаһына өс тапҡыр ҙур форматта 4 биттә сығарыла. Ул заманда телевидение ғына түгел, хатта радио ла һәр ауылда булмай. Халыҡ гәзитте көтөп ала, ә почта эшсәндәре уны иртәнге 11-ҙән дә ҡалмай, уҡыусыға еткеререгә бурыслы була.

Эреләтеү маҡсатында райондар берләштерелгәс, 1962 йылда 15 майҙан Кү­мертау ҡалаһында алты районға «Путь Октября» гәзите сыға башлай. Берләштерелгән яңы гәзиттең исеме элекке Йомағужа районы “районкаһы”нан алына. Ошо ваҡыттан алты районға, шул иҫәптән мәләүездәр өсөн беренсегә башҡорт телендә “Октябрь юлы” дубляж варианты сыға башлай.

1965 йылдың апреленән  «Путь Октября» гәзите тик Мәләүез ҡала-районы өсөн генә баҫыла. Редакция район Советы башҡарма комитеты бинаһында беренсе ҡатта урынлаша, ә типография - төкәтмәлә. Үҙәк майҙанда матбуғат йортон төҙөү 1967 йылда башланып 10 йыл дауамында төҙөлә. 1948 йылдан 1958 йылға тиклем “За урожай” гәзите мөхәррире булып эшләгән типография директоры И. А. Бабиковтың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә генә гәзитселер һәм полиграфистар айырым бинаға күсеүгә өлгәшә.

Гәзит тарихына ингән хеҙмәтенә тоғро баш мөхәррирҙәр: А. Белов “За урожай” 1932 йылдың 13 мартынан, Н. Алексеев 1934 йылдың 5 мартынан, Н. Денисов 1937 йылдың октябренән, А. Ключарев 1939 йылдың майынан, Н. Гладышев 1943 йылдың сентябренән, П. Яковцев 1944 йылдың апреленән, мөхәррир вазифаһын үтәгән Н. Хохлова, К. Иванова, А. Камагаева, Н. Посашковалар 1946 йылдың ғинуарынан 1948 йылдың октябренә тиклем, А. Голованов 1958 йылдың майынан, Г. Ғарипов 1962 йылдан, А. Вахитов 1980 йылдан. 1984 йылдан 2007 йылға тиклем редакцияны Л. А. Михляева етәкләй, 2007 йылдан 2008 йылға тиклем -  Г. П. Федоров, 2008 йылдан 2010 йылға тиклем – С. Ғ. Рахманғолов, 2010 йылдан 2011 йылға тиклем - З. З. Иҫәнов, 2011 йылдан 2018 йылға тиклем - А. Ю. Корицкий, 2018 йылдан - Е. А. Мазиева.

Редакция эшендә иң сағыу ижади шәхестәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар: А. Я. Чугунов, Б. Н. Бикмаев, Ғ. Ф. Хәлитов, М. Г, Пильнов, К. М. Кононов. А. Ф. Демченко, С. Ғ. Иманғолов, ирле-ҡатынлы С. П һәм Л. А. Ерикеевтар, Р. Н. Высоцкая, Л. А. Михляева, Л. А. Рогова, Л.Н. Сорокина, М. В. Шәрипов, В. И. Менчиков, О. В. Медведникова (Кураева), Т. П. Силина, А. М. Әхмәтшина, В. В. Солтанғолова, Е. Ф. Фәйзуллина, Ф. Р. Бикмөхәмәтова.

Тәржемәселәр Г. В. Туҡаева, Ф. К. Аҙнағолова, дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары С. Ә. Кинйәбаева, хисапсы Л. П. Федорова,  операторҙар З. М. Күсмәева, Н. Г. Дмитриева, корректор М. Ғ. Камбулатоваларҙың бөтә хеҙмәт биографияһы редакцияға бәйле. Бында оҙаҡ йылдар корректорҙар А. Ғ. Айытова, Р. В. Горина, реклама, подписка һәм корпункттар бүлектәре Г. М. Суслова, Т. Ғ. Садиҡова, фото хәбәрселәр аталы-уллы Борис һәм Александр Яворскийҙар эшләй.

2007 йылдан «Путь Октября» гәзите “Рәсәй матбуғатының алтын фонды”на индерелгән. Йыл һайын редакция Бөтә Рәсәй һайлап алыу турында ошо статусты раҫлай, Рәсәйҙең сифатлы матбуғатында маҡтаулы урынды лайыҡлы биләй.

2016 йылдан «Путь Октября» гәзите социаль әһәмиәтле федераль конкурста ҡатнашып, гранттар яулай.

«Путь Октября» гәзите редакцияһы.

Әҡлимә ИМАМОВА фотоһы.

Фотолар гәзит архивынан.

90 йыл дауамында уңышлы юл
90 йыл дауамында уңышлы юл
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: