Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Декабрь 2022, 16:45

“Көнгәк”кә яҙылалар!

“Көнгәк”те халыҡ яратып уҡый, уны алдырғандар һаны былтырғыға ҡарағанда күберәк”, - тип ҡыуандырҙы ул беҙҙе.

Мәүлиҙә Асҡарова бәрәкәтле Мәләүез еренә ике йыл элек кенә килен булып төшкән. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем алған Әбйәлил һылыуын эсер һыуы  ҡасандыр 25 йылға Алыҫ Көнсығышҡа ташлаған. Өҫтәп юридик белем алған Мәүлиҙә Хәбибрахман ҡыҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында тәүтикшереү бүлеге начальнигы булараҡ хеҙмәт итеп, майор чинында хаҡлы ялға сыға. Суд системаһында 15 йыллап эш тәжрибәһе бар.

Ижтимағи эштә эшләп өйрәнгән алсаҡ ханым халыҡтың уңғанлығына хайран. Һөнәрем буйынса ауылда эш юҡ, аҙ түләйҙәр, тип һайланып, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел, икенсе йыл инде Шәрип, Арыҫлан ауылдарында гәзит-журнал тарата.  “Көнгәк”те халыҡ яратып уҡый, уны алдырғандар һаны былтырғыға ҡарағанда күберәк”, - тип ҡыуандырҙы ул беҙҙе.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: