Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 12:30

Борщ өсөн тәмләткес

* 3 кг сөгөлдөр* 1 кг кишер* 1 кг башлы һуған* 1 кг татлы борос* 1 кг помидор* 1 стакан шәкәр* 3 аш ҡалағы тоҙ* 1 стакан үҫемлек майы* 125 мл 9% аш һеркәһе

Борщ өсөн тәмләткес
Борщ өсөн тәмләткес

* 3 кг сөгөлдөр
* 1 кг кишер
* 1 кг башлы һуған
* 1 кг татлы борос
* 1 кг помидор
* 1 стакан шәкәр
* 3 аш ҡалағы тоҙ
* 1 стакан үҫемлек майы
* 125 мл 9% аш һеркәһе
Һанап үтелгән аҙыҡ-түлектән яҡынса 12 ярты литрлыҡ тәмләткес сыға.
Бар йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартып ҡуябыҙ. Һуғанды яртылаш йә дүрткә бүлеп, ярым балдаҡлап турайбыҙ. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Боросто һалам кеүек оҙонсалап турайбыҙ. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығабыҙ. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыуы сығыу менән утты көсәйтәбеҙ ҙә йәнә 25 минут бешерәбеҙ.
Стерелләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Ә ҡышҡыһыыын... банканы асабыҙ ҙа, әҙер һурпаға һалабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Рецепт "Уңған хужабикә" төркөмөнән, фото интернеттан алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: