Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 15:30

Көҙ ине...

Иҫләмәйем... Ниндәй мөхәббәт ул? Урам... Фонарь... Төнгө манзара. Ғаләмдәрҙе иңләп япраҡ яуа! Булған-бөткән... Йәшлек. Мажара.

Көҙ ине...
Көҙ ине...
Иҫләмәйем...
Ниндәй мөхәббәт ул?
Урам...
Фонарь...
Төнгө манзара.
Ғаләмдәрҙе иңләп япраҡ яуа!
Булған-бөткән...
Йәшлек.
Мажара.
 

Ошондамы?
Ошо тыҡрыҡ?
Эйе...
Танымайым... Юҡсы...
Ул төндө
Айҙың сите кителеп төштө мәле,
Анау өйҙә ҡапыл ут һүнде.
 

Шул сама йыл буйы хәтерләргә!
Иҫәр түгел дә мин ул саҡлы!
Ул күлдәкме?
Бар ул..
Һаҡлап тотам,
Аҡ ерлектә ҡара борсаҡлы.
 

Иҫләмәйем!
Ниндәй мөхәббәт ти?!
Бутайһығыҙ, буғай, һеҙ мине!
...Тик бер тапҡыр ғына яраттым мин:
Урам.
Фонарь.
Яҙ...
Юҡ... Көҙ ине...
 
Т. Ғәниева
 
Фото интернеттан.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: