Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2021, 10:55

Атайлы ғаилә - абруйлы

Эш сәфәре барышында республиканың ойошма рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Муллағол ауылында булды. Ул Ибраһимовтар менән аралашты, ғаиләнең йәшәү шарттары менән танышты.

Атайлы ғаилә - абруйлы
Атайлы ғаилә - абруйлы

Бөгөн Рәсәйҙең күп төбәктәрендә тормошҡа ашырылған «Һин яңғыҙ түгел» программаһы сиктәрендә  балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән атайҙарға адреслы ярҙам күрһәтелә. Башта улар хаҡында мәғлүмәт һәм ғаиләнең ысынлап та ярҙамға мохтаж булыуын дәлилләгән документтар туплана. Беҙҙең районда ул ярҙамды Муллағол ауылында йәшәгән яҡташыбыҙ Зөлфәт Ибраһимов алды. Бөгөн ул өс балаһын яңғыҙы тәрбиәләй.

Атайлыҡты яҡлау һәм хуплау йүнәлешендә эш алып барған «Истоки» фонды Ибраһимовтарҙы йорт йыһаздары менән тәьмин итте.

Республикала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров етәкләгән «Ирҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, бөгөн уның ыңғай һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Ойошма ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙы, айыҡ тормошто пропагандалауҙы, көслө заттың абруйын ғаиләлә генә түгел, ә тотош йәмғиәттә күтәреүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙе асыҡлай һәм уларға кәрәкле ярҙам күрһәтә.     

Эш сәфәре барышында республиканың ойошма рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Муллағол ауылында булды. Ул Ибраһимовтар менән аралашты, ғаиләнең йәшәү шарттары менән танышты.

 

Автор фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: