Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2021, 11:15

Ауыр хистән арыныу өсөн кәңәштәр

Моңһоу һәм һағышлы көҙ миҙгеле етеү сәбәплеме, әллә һуңғы ваҡытта күңелһеҙ хәбәрҙәр, шик-шөбһә күбәйеп киттеме, күптәрҙә күңел төшөнкөлөгө һиҙелә. Сабыр төбө – һары алтын, тиһәләр ҙә, психологтар күп нәмәгә түҙергә ярамағанлыҡты, насар уй-хистәрҙән арынырға кәрәклекте иҫкәртә.

Ауыр хистән арыныу өсөн кәңәштәр
Ауыр хистән арыныу өсөн кәңәштәр

Моңһоу һәм һағышлы көҙ миҙгеле етеү сәбәплеме, әллә һуңғы ваҡытта күңелһеҙ хәбәрҙәр, шик-шөбһә күбәйеп киттеме, күптәрҙә күңел төшөнкөлөгө һиҙелә.

Сабыр төбө – һары алтын, тиһәләр ҙә, психологтар күп нәмәгә түҙергә ярамағанлыҡты, насар уй-хистәрҙән арынырға кәрәклекте иҫкәртә.

  1. Йырла йәки ҡысҡыр. Был ысулды борон замандарҙа уҡ ата-бабаларыбыҙ ҙа ҡулланған. Ауыр ҡайғы йәки тетрәнеү кисергән кешегә улар урманға, тауға йә кеше йөрөмәгән башҡа урындарға сығып ҡысҡырырға һәм йырларға кәңәш иткән.

 

  1. Бейеп ал. Күңелеңә ауыр саҡта үҙеңә оҡшаған көйҙө һайлап бейеү алыу хәлеңде еңеләйтер. Кәйеф юҡта бейеп буламы, тиергә ашыҡмағыҙ, мотлаҡ дәртле көй һайларға түгел, һалмаҡ ҡына хәрәкәттәр ҙә көсөргәнештәр арынырға ярҙам итер.

 

  1. Һүрәт төшөр. Күңелеңә нимә килә - шуны ҡағыҙ битенә төшөр. Рәсемде һул ҡул менән төшөрһәң, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки ул баш мейеһенең хис-тойғолар өсөн яуап бирә торған уң яҡ ярымшары менән бәйле.

     

  1. Әйтергә теләгәнеңде әйт. Күп ваҡыт беҙ башҡаларға әйтергә теләгәнде әйтмәй, күңелебеҙҙә һаҡлайбыҙ. Эсте бошороп торған хәл тураһында хатта яҡындарыбыҙға ла һөйләмәйбеҙ. Кисерештәрегеҙ менән бүлешерҙәй кешегеҙ юҡ икән, улар хаҡында елгә, ағым һыуға, янып торған утҡа һөйләргә мөмкин. Был ҡыҙыҡ алым булып тойолһа ла, ярҙам итә.

 

  1. Ҡағыҙға яҙ. Үҙеңде борсоған хәлдәр, шуларға бәйле күңел кисерештәрең хаҡында ҡағыҙ битенә яҙ. Уларҙы анализлап, ниндәйҙер һығымталар яһарға кәрәкмәй, бары тик уларҙы нисек бар, шулай теҙеп яҙырға ғына кәрәк.

 

  1. Ҡул эштәре менән бул. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы бәйләү, сигеү, тегеү кеүек эштәр тынысландыра ала. Ир-егеттәр ҙә күңеленә яҡын эш менән булһын. Яратҡан шөғөл уйҙарҙы тәртипкә килтереү, тынысландырыу көсөнә эйә.

Фото интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: