Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2021, 09:50

Бында яугирҙәр тәрбиәләнә

Ана шулай! Тағы берҙе! Тағы! «Ҡатын-ҡыҙ эше түгел был» тип уйлап та өлгөрмәйем, беҙҙең янға үҫмер ҡыҙсыҡ килеп инә. Һеҙгә ҡыҙҙар ҙа йөрөймө ни, тип һорайым янымда мине сәмләндереп, дәртләндереп  торған Илһам Миһран улынан. Бығаса ҡулыма бер нисә тапҡыр ысын ҡорал тотоп ҡараған кеше булһам да, әлегәсә ҡушкөбәктән генә түгел буш көбәктән дә ҡурҡам мин. Ә бында иһә ир-егеттәргә генә хас шөғөл менән көслө зат вәкилдәре генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә икән. Һүҙем - яҡташыбыҙ Илһам Яҡупов етәкләгән «Яугир» атыу клубы хаҡында.

Бында яугирҙәр тәрбиәләнә
Бында яугирҙәр тәрбиәләнә
  • Ана шулай! Тағы берҙе! Тағы!

«Ҡатын-ҡыҙ эше түгел был» тип уйлап та өлгөрмәйем, беҙҙең янға үҫмер ҡыҙсыҡ килеп инә. Һеҙгә ҡыҙҙар ҙа йөрөймө ни, тип һорайым янымда мине сәмләндереп, дәртләндереп  торған Илһам Миһран улынан. Бығаса ҡулыма бер нисә тапҡыр ысын ҡорал тотоп ҡараған кеше булһам да, әлегәсә ҡушкөбәктән генә түгел буш көбәктән дә ҡурҡам мин. Ә бында иһә ир-егеттәргә генә хас шөғөл менән көслө зат вәкилдәре генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә икән. Һүҙем - яҡташыбыҙ Илһам Яҡупов етәкләгән «Яугир» атыу клубы хаҡында.

Алдынғы технологиялар, гаджеттар заманында балаларҙың  компьютер йә иһә телефон экранына текләп ултырыуы бер кемгә лә сер түгел. Уларҙың бар ҡыҙыҡһыныуы шунда ғына йүнәлтелгән кеүек. «Яугир» гә лә балаларҙың күбеһен ата-әсәләре етәкләп килтергән, ҡалала шундай клуб барлығын улар таныштары һәм социаль селтәрҙәр аша белеп ҡалған. Практик атыу - рәсми танылған спорт төрө, "Яугир" ҙә шөғөлләнгәндәр төрлө разрядҡа эйә була ала. Бөгөн клубҡа төрлө йәштәге 17 кеше йөрөй, улар  башлыса ҡалала йәшәүселәр. «Яугир» өсөн милләт һәм йәш сикләүе юҡ, унда һәр кем йөрөй ала, бары тик Рәсәйҙең практик атыу федерацияһына инергә теләгәндәргә 10 йәштән кесе булмау шарт, сөнки улар теркәлергә һәм ҡорал менән дөрөҫ эш итеү буйынса имтихан тапшырырға тейеш. Шөғөлләнеүселәр араһында хатта беренсе класс уҡыусылары ла бар, уларға бер килограмм ауырлыҡтағы пневматик ҡоралды күтәреү еңел түгел, был осраҡта баланың физик яҡтан үҫешкән булыуы ла мөһим.

Бер йыл элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, бөгөн «Яугир» ҙең  ҡаҙаныштары байтаҡ. Улар спорт сараларынан ситтә ҡалмай, Ырымбур, Магнитогорск, Силәбелә уҙған ярыштарҙа ҡатнашҡан һәм ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеүгә өлгәшкән.

«Яугир» клубы кешене физик яҡтан ғына нығытып ҡалмай, уның холҡона ла йоғонто яһай, илһөйәрлек, тыйнаҡлыҡ һәм йыйнаҡлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтерергә булышлыҡ итә.

Пневматик пистолеттан практик атыу дәрестәре түләүле, улар көн һайын ойошторола, ваҡытына һәм мөмкинселегенә ҡарап кемдер аҙнаһына ике, икенселәр бер тапҡыр йөрөй.

Илһам Миһран улы менән әңгәмәләшкән саҡта, уның үҙ эшенә мөкиббән киткән кеше булыуын аңланым, клубта шөғөлләнгән һәр балаға ул үҙ балаһына ҡараған кеүек ҡарай, уларҙың һөҙөмтәләрен күреп ҡыуана. Ата-әсәләр уның башланғысын хуплап, төрлөсә дәртләндереп тора. Бөгөн матди базаны нығытыу байтаҡ сығымдар талап итә, клуб спонсор ярҙамына ла мохтаж.

Йәмғиәттә һуңғы ваҡытта ҡорал ҡулланып ҡылынған кире күренештәр күҙәтелеүе йәшерен-батырын түгел. «Яугир» ҙә шөғөлләнгән үҫмерҙәрҙе күргәс, шуларҙы иҫкә төшөрҙөм һәм Илһам Миһран улына ошо балаларҙың киләсәктә ниндәйҙер яман эш ҡылыуҙарынан ҡурҡмайһығыҙмы, тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. «Борон-борондан беҙҙең ата-бабалар һунарсылыҡ иткән, уҡтан атҡан һәм ғаиләлә тәрбиәләнгән һәр ир бала ҡорал менән эш итеү нескәлектәрен белгән. Беҙҙә лә улар шуға өйрәнә, ҡағиҙәләргә төшөнә, нимә ярай, нимә ярамай икәнен аңлап тора. Тыйылған емеш кенә татлы була, тигәндәй, ғәҙәттә, баланы нимәнәндер тыйһаң, ул, киреһенсә шуға ынтыласаҡ, ҡайҙалыр уны файҙаланып ҡараясаҡ һәм ярамаған эш ҡылып ҡуйыуы көн кеүек асыҡ. Клубҡа яҙылырға килгән һәр бала менән тәү сиратта һөйләшеү алып барыла, уның күңел торошона ҙур иғтибар бирелә», - тине ул.

Әңгәмә барышында үҙем дә атып ҡараным пневматик пистолеттан һәм байтаҡ ваҡыт ҡатын-ҡыҙға ғына хас аңлайышһыҙ кисерештәр солғанышында булдым.
Донъябыҙ берүк тыныс булып, был ҡоралдан "Яугир" кеүек махсус урындарҙа ғына атылһын, тормошта ҡулланырға яҙмаһын һәм ул бер генә тере йән эйәһенә лә зыян килтермәһен ине.

 

Автор фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: