Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2021, 15:25

Яңы сикләүҙәр индерелде

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән республикала, яңы сикләүҙәргә ярашлы, халыҡ күпләп йөрөгән кинотеатр, китапхана, музей, концерт залдары, мәҙәниәт йорттары кеүек урындарға бары тик вакцина яһатыуҙы раҫлаусы сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә сирҙе кисереү, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһен күрһәткән белешмә ярҙамында ғына инеп була.   

Район һәм ҡаланың ошондай урындарында коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймауға ҙур иғтибар бирелә. Ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә махсус комиссия тикшереү үткәрә, инеү урынындағы контроль эшенең ойошторолоуына, һаҡлыҡ сараларының күҙәтелеүенә баһа бирә. Бөгөн комиссия ағзалары "Ирәмәл", "Иҙел", "Муравейник", "Юко" һәм башҡа кеше күпләп йөрөгән урындарға рейд ойошторҙо. 

Халыҡтың яңы ҡағиҙәләргә ҡарашы төрлөсә. Кемдер уларҙы аңлап ҡабул итһә, икенселәр ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығының Күмертау территориаль бүлеге әйҙәүсе белгесе Хәмдиә Илмөхәмәтова әйтеүенсә, Мәләүездә һаҡлыҡ саралары күпселек урында ҡаралған, битлек режимы һаҡлана, яңы ҡағиҙәләр инҡар ителмәй.

Рейд барышы хаҡында гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: