Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 15:29

Йылылыҡ, илаһилыҡ бөркөлә унан

Ҡалабыҙҙың 3-сө гимназияһында баш­ланғыс класс уҡыусыларына төплө белем, тәрбиә биргән хөрмәтле уҡы­тыусы Миләүшә Нәжип ҡыҙы Зөбәйерова менән яҡындан танышыу бәхетенә ирешкәс, йәмғиәтебеҙ­ҙә көслө рухлы, донъяға етди ҡарашлы, иҫ китмәле сифаттарға эйә кешеләребеҙ барлығына тағы бер ҡат инандым.

Йылылыҡ, илаһилыҡ бөркөлә унан
Йылылыҡ, илаһилыҡ бөркөлә унан

Һөнәр һайлап, уға ғүмере буйы тоғро ҡалған, яратҡан эшенә  үҙен тулы­һынса бағышлаған ке­шеләр бар арабыҙҙа. Ундайҙар миндә, ысын мә­ғәнәһендә, һоҡланыу уята, сөнки улар үҙ тәғәйенләнешен, юлын, асылын тапҡан.

 

Ҡалабыҙҙың 3-сө гимназияһында баш­ланғыс класс уҡыусыларына төплө белем, тәрбиә биргән хөрмәтле уҡы­тыусы Миләүшә Нәжип ҡыҙы Зөбәйерова менән яҡындан танышыу бәхетенә ирешкәс, йәмғиәтебеҙ­ҙә көслө рухлы, донъяға етди ҡарашлы, иҫ китмәле сифаттарға эйә кешеләребеҙ барлығына тағы бер ҡат инандым. Мөләйем йөҙлө, итәғәтле Миләүшә Нәжип ҡыҙы матурлыҡ һәм аҡыл, камиллыҡ һәм күркәм холоҡ төшөнсәләрен берләштергән ила­һи зат.  Уның менән ара­лашыуы еңел, фәһемле әңгәмәлә Ми­ләүшә Зөбәйерованың күңел байлығына, тәжрибәһенә, эске донъяһының матурлығына иғтибар итмәү мөмкин түгел.

Миләүшә ханым баш ҡалабыҙ Өфөлә тыуһа ла, бәләкәй саҡтан яҙмышы Мә­ләүез ере менән бәйләнә. Студент йылдарында уҡ өйләнешкән ата-әсәһенең ғаилә усағы тиҙ арала һүрелеүе ҡыҙғаныс. Үҫмер сағынан йәтимлек әсеһен татыған әсә кеше Фирүзә Фәйзрахман ҡыҙы Мортазина Миләүшәһен бәхетле итер өсөн бар көсөн һала, тырышып юғары белем ала, һәр эштә маҡтаулы хеҙмәткәр исемен йөрөтә. Тағы ла ҡатын-ҡыҙ бәхетен һынап ҡарай ул, әммә бер уңмаған юл тағы ла ҡабатлана. Бәхеткә күрә, Миләүшәгә иш табыла, Рәшит ҡус­тыһы барлығына һөйөнөп, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп  йәшәй ханым.

Миләүшә Зөбәйерова кесе йәштән уҡыу­ға маһир, зирәк, отҡор була. Васильевка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс класта уҡытҡан беренсе уҡытыусыһы Раиса Николаевна Понявина ошо һөнәргә ҡарата һөйөү, ихтирам орлоҡтарын һала ла инде. Үҙенең өлгөһөндә кешелекле, кеселекле, тәүфиҡлы, камил булырға өйрәтә. Яратҡан уҡытыу­сыһы менән бәйләнеште оҙаҡ йылдар өҙмәйенсә һаҡлай Миләүшә Нәжип ҡыҙы. Әле лә сикһеҙ рәхмәте менән иҫкә ала уны, күңеленә һеңеп ҡалған кәңәштәрен иҫендә тота.

Балаларҙы яратҡан, уҡытыу­сылыҡ һө­нәренә ғашиҡ Ми­ләүшә башта Салауат педагогия училищеһын, аҙаҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын ҡаланың 7-се мәктәбендә башлаһа, инде 28 йыл дауамында 3-сө гимназияла башланғыс кластарҙы уҡыта. Миләүшә Зөбәйерова уҡыусыларына белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы тормошҡа яраҡлы кеше итеп тәрбиәләй, миһырбанлылыҡ, әҙәплелек сифаттарын күндерә. Ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле эшләгән уҡытыусы яңы методика, техно­логия ҡулланып ҡына дәрес биреү менән сик­ләнмәй, ә һәр бала ме­нән уртаҡ тел таба, кес­кәйҙәрҙең үҙенсәлектәрен иғ­ти­барға ала. Талапсан, шул уҡ ваҡытта нескә һәм йомшаҡ күңелле уҡытыусыһына балалар ҙур ышаныс менән баға, уны алға әйҙәүсе, яҡлаусы, өйрәтеүсе тип ҡабул итә. Миләүшә Нәжип ҡыҙының уҡыусылары ла төрлө конкурс, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ата-әсәләр араһында ла ҙур хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ уҡытыусы.

- Эшеңде күңел биреп баш­ҡар­ғанда ғына уңышҡа, юғары һөҙөмтәгә өлгәшер­гә мөмкиндер ул. Һөнәремдән тыш мин балаларҙы ныҡ яратам. Эскерһеҙ, асыҡ, ихлас кескәйҙәр - бөтөнләй икенсе донъя, - ти педагог.

Миләүшә Зөбәйерова мәғариф өлкә­һендәге эшмәкәрлеге, ҡаҙаныштары өсөн гимназия, район-ҡала хакимиәттәре Маҡ­тау грамоталары менән бүләкләнгән, ул – “Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы”. Уның өсөн иң ҙур баһа – уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең оло рәхмәте.

Миләүшә Нәжип ҡыҙы үҙен бәхетле һанай. Ул тормош иптәше Данир Йәүҙәт улы Зөбәйеров менән Маргарита һәм Динис исемле балаларға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫ­тырған. Ҡыҙҙары үҙе әсәй инде. Ғаиләнең ҡыуанысын арттырып кес­кәй Карина үҫеп килә.

Миләүшә ханым тормоштан йәм табып, һәр көнгә ҡыуанып, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәй. Яҙҙың күркәм көнөндә ул үҙенең тыуған көнөн билдәләне. Тәбиғәттең йәшәреп, сәскәгә күмелеп ултыр­ған осоронда тыуған кешеләр үҙҙәре лә һөйкөмлө була. Уларҙан йылылыҡ, илаһилыҡ бөркөлә. Миләүшә Нәзиб ҡыҙы кешелекле, ярҙамсыл, изгелекле кеше.

Тыуған көнө уңайынан уға ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, йән тыныслығы, уңышлы, шатлыҡлы оҙон ғүмер теләге килә.

Йылылыҡ, илаһилыҡ бөркөлә унан
Йылылыҡ, илаһилыҡ бөркөлә унан
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: