Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2022, 11:50

Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының Почетлы гражданы

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, педагогия һәм психология факультеты деканы Лилиә Абдуллинаға «Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме бирелде.

Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының Почетлы гражданы
Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының Почетлы гражданы

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, педагогия һәм психология факультеты деканы Лилиә Абдуллинаға «Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме бирелде.

Лилиә Бакир ҡыҙы 1984 йылда Аптраҡ урта мәктәбен тамамлағандан һуң Салауат педагогия училищеһында «Башланғыс кластар уҡытыусыһы, өлкән пионервожатый» һөнәренә эйә була. 1986 йылда Хәсән башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1986-1989 йылдарҙа Аптраҡ мәктәбендә өлкән пионервожатый, музыка уҡытыусыһы, кластан һәм мәктәптән тыш тәрбиә эштәрен ойоштороусы, 1989-1991йылдарҙа Мәләүез районы халыҡ мәғарифы бүлегендә методист була.

1991 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында «Башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы» бүлеген тамамлай. Шул йылда үҙе уҡыған юғары уҡыу йортоноң «Педагогия һәм башланғыс белем биреү» кафедраһында лаборант булып эшкә урынлаша.

Хеҙмәт юлын башланғыс мәктәп уҡытыусыһы булараҡ башлаған яҡташыбыҙ 2011 йылдан алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында педагогия һәм психология факультеты деканы, башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. Уның тырыш хеҙмәте менән факультет эше юғары кимәлдә алып барыла, төрлө йүнәлештәрҙә призлы урындарға лайыҡ була. Лилиә Абдуллина бөтәһе 400-гә яҡын фәнни һәм 28 уҡыу һәм уҡытыу-методика хеҙмәттәре авторы.

Ул уҡытҡан студенттар, аспиранттар һәм магистранттар төрлө кимәлдә уҙған конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа уңыш яулай.

«Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре», Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре башланғыс класс уҡытыусыларына, балалар баҡсалары тәрбиәселәренә фәнни-методик яҡтан даими  ярҙам күрһәтә. Ул етәкләгән факультет Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез ҡалалары һәм республиканың көньяҡ райондарының белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итә.

Лилиә Бакир ҡыҙы инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтә, уның тырышлығы менән «Мин һинең менән» исемле ата-әсә клубы барлыҡҡа килә.

Күптәрҙең ышанысын яулаған оло йөрәкле кеше, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған етәксе хеҙмәттәштәре һәм студенттар араһында оло хөрмәткә лайыҡ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Гүзәл ИШКИНИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: