Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2022, 11:07

ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, АУЫЛДАШТАР!

Иштуғанда уҙғарылған "ҺАУМЫҺЫҒЫҘ АУЫЛДАШТАР! байрамы мәҙәниәт йорто музейын ҡарауҙан башланды. Быйыл "Аныҡ эштәр" проекты сиктәрендә музейға яңы витриналар һатып алып ҡуйылды. Сараның икенсе өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Әлмөхәмәтов һәм мәҙәни ял үҙәге директоры Ләйсән Йәмилева йыйылған ҡунаҡтарҙы ҡотлап сығыш яһаны.

ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, АУЫЛДАШТАР!ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, АУЫЛДАШТАР!
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, АУЫЛДАШТАР!

Иштуғанда "ҺАУМЫҺЫҒЫҘ АУЫЛДАШТАР! байрамы уҙғарылды. Сара мәҙәниәт йорто музейын ҡарауҙан башланды. Быйыл "Аныҡ эштәр" проекты сиктәрендә музейға яңы витриналар һатып алып ҡуйылды. Күргәҙмәлә бик күп хеҙмәт династиялары фотолары, тарихи материалдар һәм ҡыҙыҡлы экспонаттар тупланған. Байрамдың икенсе өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Әлмөхәмәтов һәм мәҙәни ял үҙәге директоры Ләйсән Йәмилева ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны.
Быйылғы йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.
Иштуған мәктәбе ваҡытында алдынғылар рәтендә булды. Сәхнәгә сыҡҡан ветеран уҡытыусылар С.А.Байрамғолова, Н.С.Солтанғолова, С.Т.Йәнбирҙина, Ф.Г.Булатова, Р.У. Мусина ул ваҡыттағы ҡайнап торған мәктәп тормошо, хеҙмәткә өйрәтеү алымдары тураһында сығыш яһаны.
Өфөнән килгән абруйлы ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының ойоштороу бүлеге мөдире Рим Әлмөхәмәтов һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология, вирусология кафедраһы доценты, биология фәндәре кандидаты Фәрзәнә Мысырғәлина тыуған ауылын һағынып ҡайтыуы, өлгәшкән уңыштары тураһында һөйләп үтте.
Ваҡытында тырыш хеҙмәте менән үҙен һәм яҡташтарыбыҙҙы данлаған өс хеҙмәт ордены кавалеры Фәрит ағай Мысырғәлиндың улы һәм ейәне орден-миҙалдар тотоп, сәхнәгә күтәрелде һәм атаһы тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште.
Рафиҡ ағай Әлмөхәмәтов - механизаторҙар династияһынан. Үҙе менән бергә эшләгән тырыш алдынғы эшсәндәрҙе иҫләп, колхоз тарихын һөйләп үтте. Сәхнәгә күтәрелгән һәр ҡунаҡҡа музыкаль бүләк һәм сувенир тапшырылды.
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мәләүез районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы Мәрйәм Күсмәеваның бала сағы Һыртлан ауылында үткән. Ул ошо бәхетле ваҡыттарын хәтерләп, "Һыртлан "исемле поэмаһынан өҙөктәр уҡып, изге теләктәрен еткерҙе.
Йәш кенә Асия һәм Ринат Латиповтарҙың хеҙмәт юлы Иштуған ауылы мәктәбендә башланып китә. Асия апай Ринат Ғиниәт улы менән хеҙмәт юлын башлап ебәреүен, ошо коллективта абруйлы уҡытыусылар менән эшләп, тәжрибә туплауы һәм үҙҙәренең дә төп бурысынан тыш бик күп йәмәғәт эшендә ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Ринат Латипов ҡурайсылар ансамбле ойоштора, уҡыусыларҙы ҡурай уйнарға өйрәтә һәм районда уңышҡа өлгәшә. Ул ҡайҙа барһа ла, үҙе менән ҡурайын йөрөттө, - ти Асия апа һәм бер нисә ҡурайын иҫтәлеккә Иштуған музейына тапшырҙы. Шулай уҡ Асия Мөхәммәт ҡыҙы үҙе етәкләгән “Ағинәйҙәр” ойошмаһы эше менән таныштырҙы.
Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип атарға тәҡдим индерҙе. Ошо йүнәлештә арымай-талмай эшләгән йәш ауылдаштарыбыҙ Фәнүр Байрамғолов һәм ауылыбыҙҙың талантлы ҡыҙы Гүзәл Солтановаға һүҙ бирелде. Фәнүр - Салауат ҡалаһының башҡорттар ҡоролтайы ойошторған ата-әсәләр комитеты рәйесе. Актив эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Гүзәл тормош иптәше Айгиз ярҙамында башҡорт рухлы йәнһүрәттәр ижад итә. Йәштәр үҙҙәренең  эштәрен ауылдаштарына күрһәтте. Сығыштар һәүәҫкәр артистарҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Байрамда ҡатнашҡан ауылдаштарға, мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, "Илһам " ансамбле ҡыҙҙарына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Урал Мөхәмәтшин, Иштуған мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы.

Фотолар архивтан.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас