

Яңы тормош эҙләп, йылы яҡтарға сығып киттем. Унда балалар шифаханаһына иҙән йыуыусы булып эшкә индем. Шунда уҡ иғтибарға алдым: бында кешеләр үҙен тотошо һәм һөйләшеүе буйынса бөтөнләй икенсе. Улар әүҙем, отҡор, хәрәкәтсән, һәр ваҡыт күтәренке кәйефле. Әммә матур һөйләгәндәренә ышанып, күрәләтә алданырға ла мөмкин. Иҙән йыуыу еңел эш түгел. Өҫтәүенә төрлө милләт балаларын тыңлатыу һәм улар араһында хөрмәт яулау ҙа кәрәк ине миңә. Был йәһәттән эргәмдәге инәйҙәр, апайҙар ҙур ярҙамсы һәм кәңәшсе булды. Иҙән йыуыусы булып эшләгәндә үҙем өсөн тик ыңғай тәжрибә тупланым: таҙалыҡтан бигерәк, ауырлыҡтан ҡурҡмаҫҡа, сабыр итергә өйрәндем. Ҙур сынығыу юлы үттем.
Һуңынан туңдырма һаттым. Уның формаһын түңәрәкләп килештерә белеү - үҙе ҙур фән. Бынан тыш, уны эшләүсенән түҙемлек, ижадилыҡ, етеҙлек талап ителә. Кеше менән аралаша белеү ҙә кәрәк. Йылмайып, матур итеп һөйләшһәң, алыусылар ҙа күберәк йыйыла. Был эштә, иң мөһиме, мин кеше менән аралашырға өйрәндем, яңы дуҫтар таптым.
Редакцияға эшкә урынлашҡас, “Журналист һөнәр алмаштыра” рубрикаһына мәҡәлә әҙерләр өсөн тағы бер һөнәрҙә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Танышым һорауы буйынса хушбуй һатырға сыҡтым. Баҡһаң, еҫтәр иҫ киткес серле һәм мөғжизәле донъя икән! Унда мин үҙем өсөн күп нәмә алдым. Еҫтәрҙе айыра белеү минең өсөн үҙе бер сәнғәт ине. Еҫ тип әйтеүе лә дөрөҫ түгел хатта. Ике сәғәт эшләгәндән һуң мин хушбуйҙың нотаһын “ишетергә” бер аҙ өйрәндем. Кәнфит, бөтнөк, емеш-еләк, гөлйемеш, сәскә, диңгеҙ һәм башҡа 200-ҙән артыҡ нота үҙенсә сыңлай, яңғырай. Минең уйлауымса, ниндәйерәк еҫле духи һайлағанынан ҡарап, кешенең характерын да аңларға була. Мәҫәлән, киҫкен булһа – уҫалыраҡ, әүҙемерәк һәм отҡорораҡ, минеңсә. Тәмле, кәнфит кеүек булһа ихлас, күңелле, ә уртаса еҫле, мәҫәлән диңгеҙ ноталыһын тыныс, серле, йомоғораҡ кешеләр һайлай. Был һөнәр ҙә, шулай итеп, кешене танырға өйрәтте.
Һәр үҙләштергән шөғөлөм, һөнәрем, алған тормош һабағым миңә артабан да юғалып ҡалмаҫҡа булышлыҡ итер, тип уйлайым. Үткән юлдарыма үкенмәйем, улар тик файҙа килтерҙе. Уларҙың һәр береһе оло тормошҡа бәләкәй генә сәйәхәт булды. Ә, иң мөһиме, яҡшы кешеләр ямандарынан күберәк булыуын аңланым. Ғөмүмән, миңә балалар менән эшләү ҙә оҡшаны. Улар менән уртаҡ тел табыуы ауырҙан булманы, тиҙ дуҫлаштым. Әле һаман да улар менән аралашып йәшәйем.
Ситтән ҡарағанда мин бер эштән икенсеһенә күсеп йөрөгән кеше һымаҡ булып күренгәнмендер ҙә, бәлки. Әммә хәҙер шуны аңланым: үҙеңдең булмышыңа, холҡоңа тура килгән һөнәрҙе һайларға кәрәк. Шуға күрә эште алмаштырыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, тип кәңәш бирер инем.