Ябай халыҡ та ситтә ятып ҡалмаған. Кемдер үҙ ҡулдары менән бәйләгән йөн нәски, кемдер һөт ризығы менән сауҙа итә. Александровканан килгән ханым миңдеккә - 100-150, ярты литр банкалағы ҡышҡа ултырта торған һуған, һарымһаҡ орлоғона - 150, әлморон емешенә 80 һум менән хаҡ һорай. Михайловка ауылынан килгән берәүҙәр сөгөлдөр, кишерҙе - 30, кәбеҫтәне - 20 һум менән һата. Картуфты ҙур биҙрә менән һатып алырға теләһәң, 300-350-гә баҫа. Фермер Осман Османовтарҙың баҫыуҙа үҫтерелгән йәшелсә-емешенә хаҡтар саҡ ҡына түбәнерәк, хатта үҙҙәре үҫтергән ҡарбуз һатыуҙа бар.